Интернет селтәрендә 10 йәшлек Эльвина Ғабдрафиҡованың һүрәтен күрҙем дә, тап шул мәлдәр иҫкә төштө. Дружина менән бергләп йырҙар йырлау, борғо һәм барабан тауышы аҫтында ҡыҙыл байраҡ алып сығыу, пионер слетына йөрөүҙәр – ҡалай күңелле мәлдәр булған!
Бөгөн - Пионерия көнө. Элекке пионерҙарҙың барыһын да байрамыбыҙ менән ихлас ҡотлайым! Ул саҡта беҙ «Һәр ваҡыт әҙер!” девизы аҫтында йәшәнек. Бөгөн мин барығыҙға ла һәр ваҡыт бергә булайыҡ, илебеҙҙә һәр ваҡыт именлек, бәрәкәт, муллыҡ булһын тип өндәшәм.