+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
20 Май 2020, 21:45

20 май - Халыҡ-ара Бал ҡорто көнө

Ни өсөн нәҡ 20 маймы? Cловения Республикаһы тарафынан индерелгән тәҡдим буйынса.

Ошо илдең данлыҡлы умартасылар ғаиләһендә тыуып-үҫкән Антон Янша ҡортсолоҡто үҫтереүгә күп көс һалған шәхес, ә уның тыуған көнө - 20 май. Берләшкән миллләттәр ойошмаһының генераль ассамблеяһы Словения Республикаһының тәҡдимен хуплағас, 2018 йылда был дата тәүге тапҡыр билдәләнә.
Кешелек өсөн ныҡ файҙалы был нәҙекәйбилдәр: улар тәмле бал килтереүҙән тыш, үҫемлектәрҙе, ауыл хужалығы культураларын, емеш-еләк, йәшелсәләрҙе һеркәләндереүҙәре менән бик мөһим роль уйнайҙар. Шуға ла һуңғы йылдарҙа бал ҡорттарын һаҡлау мәсьәләһе күтәрелә.
Бер бал ҡорттары - үҫемлектәрҙең 170 төрөн, ә уларҙың береһе генә бал йыйырға бер сыҡҡанында 50-100 үҫемлекте һеркәләндерә.
Автор: Эльвира Әсәҙуллина.
https://yanshishma.rbsmi.ru/articles/i-t-lekle-k-nd-r-/20-may-Hali-ara-Bal-orto-k-n-278605/
Читайте нас: