+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
20 Май 2020, 17:00

Матурлыҡты – үҙ ҡулдары менән

Был ир-егеттәр шөғөлө түгел тиһәләр ҙә...

Буранғол ауылынан Фидаил Лотфулла улы Әхмәҙуллин сәйләндән үреү менән ни бары бер йыл ғына шөғөлләнә, әммә был ваҡыт эсендә шундай матур-матур әйберҙәр яһап өлгөргән! Уларҙың һәр береһен шедевр тип әйтергә була. Ябай ауыл хеҙмәтсәненең тап ошо ижад төрөнә ҡыҙыҡһыныуы ҡайҙан килә һуң? Беҙ бындай ҡул эштәрен ҡала фатирҙарында йәиһә сәнғәт мәктәбендә шөғөлләнеүселәрҙә күрергә ғәҙәтләнгәнбеҙ, төпкөл ауылдарҙа ла ошондай матурлыҡ тыуҙырырға һәләтле кешеләр барлығын белмәйбеҙ ҙә.
Фидаил Лотфулла улының махсус белеме юҡ. Ул оҙаҡ йылдар «Асылыкүл» колхозында малсылыҡ тармағында хеҙмәт һала. Ҡатыны Фәриә Хаммат ҡыҙы менән утыҙ йылдан ашыу ғүмер итәләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ирле-ҡатынлы бала һөйөү бәхетенән мәхрүм була, шуға бала алырға ҡарар итәләр. Шулай итеп, уларҙың ғаиләләренә Руслан исемле малай ҡайта. Бөгөн уға 14 йәш.
Башта сәйләндән үреү менән тап Руслан шөғөлләнә башлай.
  • Благовар районында санаторийҙа ял иткәндә, улыбыҙ сәйләндән үреү түңәрәгенә йөрөгән һәм үҙенең эштәрен беҙгә күрһәтергә алып ҡайтты. Сәйләндән яһалған сәскәләрҙе күргәс, минең дә шуларҙы эшләгем килеп китте. Мәңге йәшел торған ағастар һоҡланыу тыуҙырҙы. Шунда уҡ был шөғөлдөң тап минеке булыуын аңланым.
  • Сәйләндән үреп эшләү – минең өсөн күңел талабы. Ҡышҡы оҙон кистәрҙә яратҡан шөғөлөңдән башҡа тағы ла нишләргә? Матур сәскәләр килеп сыға, йәшел япраҡлы ағастар «үҫә», буранлы төндәрҙә улар ҡояшлы йәйҙе хәтерләтә. Өҫтәүенә тынысландыра, беҙҙең йәштә был да мөһим бит.
    Оҫтаның һәр эше үҙенсәлекле, береһе икенсеһенә оҡшамаған. Тәү тапҡыр яһап ҡарағандарын яҡындарына бүләк иткән. Юбилейҙарға, байрамдарға, ғаилә тантаналарына ҡул эше – бынамын тигән бүләк. Туғандарына, дуҫтарына ул яһаған әйберҙәр бик тә оҡшай.Уларҙы район Мәҙәниәт йортонда күргәҙмәләрҙә лә күрергә мөмкин.
    Фидаил Лотфулла улының эштәре араһында төрлө формала, төрлө ҙурлыҡта ағастар, сәскәләр бар. Фермала эшләгәндә йәй буйы яланда көтөү көтә. Тыуған яҡ тәбиғәтенең матурлығына, илаһилығына егет һәр саҡ хайран ҡала. Ялан сәскәләре, Буранғолдағы шарлама, ҡояш ҡалҡыуы һәм батыуы, Асылыкүл, тауҙар – күҙҙәрҙе айырып алырмын тимә! Һүҙ менән әйтеп аңлата алмаған тойғоларын оҫта үҙ ижады менән еткерергә тырыша.
    Яҡындары Фидаил Лотфулла улының шөғөлөн ҡеүәтләп кенә ҡалмай, үҙҙәре лә әҙерләү процесында ихлас ҡатнаша. Мәҫәлән, шарлама яһау өсөн ҡатыны, улы менән бергәләп Асылыкүл буйына барып, ваҡ таш йыялар, алып ҡайтып киптерәләр һәм ябай ғына таштар оҫта ҡулында шедеврға әйләнә.
    • Тағы ла күберәк эшләгем килә, тирә-яғыбыҙҙа ғәжәйеп һәм һоҡланғыс нимәләр күп бит. Сәйләндән үреү минең һәләтемде күрһәтергә, матурлыҡ тыуҙырырға, кешеләрҙе һоҡландырырға мөмкинлек бирә, - тип тамамланы һүҙен әңгәмәсем.
    • Читайте нас: