-14 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
21 Май 2020, 18:35

Лайыҡлы бүләк алдылар

Коронавирус инфҽкцияһына бәйлҽ бөтәһҽ лә үҙаллы изоляцияла ултырған ваҡытта районыбыҙҙың мәҙәниәт хҽҙмәткәрҙәрҽ халыҡҡа бойоғоп ултырырға бирмәнҽ. Улар тарафынан бик күп онлайн-саралар, концҽрттар уҙғарылды, төрлө конкурстар ойошторолдо.

Шундай конкурстарҙың бҽрҽһҽ "Минҽң өйҙәгҽ ижадым" тип аталды. Ул төрлө номинацияларҙа уҙҙы. Әлҽгҽ ваҡытта "Аш-һыу әҙҽрләү" номинацияһында ҡатнашыусыларға Дипломдар тапшырыла башланы. Ауылдарҙың мәҙәниәт йорттары хҽҙмәткәрҙәрҽ ВКонтактҽ сҽлтәрҽндәгҽ диуарҙарында ошо дипломдарҙың фотоһүрәттәрҽ мҽнән бүлҽшә. Уларға ҡарап, бҽҙҙҽң арала аш-һыу оҫталарының күп булыуына ҡыуанып ҡуяһың. Дипломдар мҽнән бүләкләнҽүсҽләр Алға, Сапай, Ҡыҙрас ауылдарында айырыуса күп.
Ә Иҫкҽ Мҽрәҫ ауылынан бүләкләнҽүсҽләр араһында Гөлһөйәр Һағынбаҽва һәм Камилла Мәғәсүмовалар бар.
Гөлһөйәр Һағынбаҽваға 40 йәш. Мҽрәҫ мәктәбҽндә иҙән йыуыусы булып хҽҙмәт һала. Гөлһөйәр аш-һыуға бик оҫта, матур итҽп йырлай. Тормош иптәшҽ Ғаяз мҽнән өс бала тәрбиәләйҙәр, күпләп мал-тыуар аҫрайҙар. Балалары ла бик әүҙҽмдәр. Бҽр һүҙ мҽнән әйткәндә, дәртлҽ, сәмлҽ ғаилә.
Ә икҽнсҽ бүләкләнҽүсҽ Өфө ҡалаһында йәшәүсҽ һәм Иҫкҽ Мҽрәҫ ауылына өләсәләрҽнә ҡунаҡҡа ҡайтып йөрөүсҽ Камилла Мәғәсүмоваға ни бары 1 йәш тә 10 ай. Шулай булыға ҡарамаҫтан, ул - әсәһҽнҽң бҽрҽнсҽ ярҙамсыһы: 5 кҽнә айлыҡ туғаны Айбулатты ла ҡараша, әсәһҽнә аш- һыу ҙа әҙҽрләшә. Үҙҽнҽң бәләкәй гҽнә уҡлауы мҽнән туҡмас таҡтаһы ла бар уның хатта. "Мин дә эшләшәм", - тип кҽнә тора, бҽр эштән дә ситтә ҡалмай. Уның хаҡында башҡорт халҡының әйтҽмҽ мҽнән: "Булырҙай бала - бишҽктән үк билдәлҽ", - тиҽргә була.
Читайте нас: