+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
25 Май 2020, 15:30

Баҡсасылар өсөн файҙалы кәңәштәр

Гәрсисте борсаҡ янына сәсһәгеҙ, уңышты ике тапҡырға күберәк алырһығыҙ

Укроп ҡояшлы урынды ярата. Ҡояшта үҫкәндә уның еҫе көслөрәк була. Укроп үҫкән тупраҡҡа көл һәм избес һибергә ярамай.
Кишер сәскәндән һуң тәжрибәле баҡсасылар уға йыш һыу һибергә тәҡдим итә. Үҫентеләре күренгәс (ныҡ ҡоро көндәрҙе иҫәпкә алмағанда) 12-15 көн дауамында һыу ҡоймағыҙ. Был кишерҙең тамырына тәрәнерәк һуҙылырға ярҙам итә.

Ҡабаҡ һутлы булһын тиһәгеҙ, һабағын тупраҡ менән күмегеҙ, тамыр йәйһен.

Фасоль, борсаҡ, һуған, һарымһаҡ кеүек культураларҙы кесерткән төнәтмәһе менән туҡландырығыҙ.

Үҫентене көн дә башынан 1-2 минут һыйпап торһаң, буйға үҫмәй. Ҡағылған саҡта этилен бүленеп сыға. Ә был, үҙ сиратында, буйға үҫтермәй.

Кесерткән ауырыуҙарҙан сыныҡтыра. Шуға ла түтәлдәр араһына кесерткән һалып сығырға кәрәк.

Гәрсистән эшләнгән сидерат тупраҡты фосфор һәм көкөрт менән туҡландыра, медведка менән проволочник бөжәктәрҙән таҙарта.

Һуғанды уҙған йылда гәрсис үҫкән урынға ултыртырға кәрәк. Һәйбәтерәк үҫер.

Ер еләгенә ылыҫлы үҫемлектәрҙән мульча йәйелә. Был еләк тәмен яҡшырта, серетмәй, бөжәктәрҙән һаҡлай.

Ҡапыл һыуытҡандан һуң үҫемлектәргә һуған ҡабығы төнәтмәһен һибергә кәрәк. 10 литр һыуға ярты литрлыҡ банка менән һуған ҡабығы һалына. Ҡайнап сыҡҡас, 12 сәғәт төнәтелә. Һиптерер алдынан 2/10 кимәлдә һыу менән болғатыла.

Ремонтант сортлы еләктең йәйҙең икенсе яртыһында ла еләк биреүен теләһәгеҙ, яҙғы сәскә һабағын һындырығыҙ.

Ҡыяр өсөн яҡшы күрше ролен укроп үтәй.

Картуф һәм томатты фитофтороздан янында үҫкән сөгөлдөр һаҡлай.

Яңы ултыртылған кәбеҫтә янына кесерткән һабағын ҡаҙап сыҡҡанда, ул тиҙерәк үҫә.

Кәбеҫтә күбәләгенән эргәһенә сәселгән бархатцы, укроп, кориандр, сельдерей, календула, ҡаҙап сығылған әрем һабағы ярҙам итә.

Һарымһаҡ һәйбәт үҫһен өсөн июндең тәүге яртыһында тоҙ иҙмәһен ҡояһың (2 аш ҡалағын 10 литр һыу менән бутап), унан ябай һыу һибәһең.

Ҡыяр һыу ярата икәнен барыбыҙ ҙа белә. Быны ул сәскә атҡанда һәм уңыш биргәндә онотмағыҙ. Әммә ул сәскә ата башлағанда һирәгәйтегеҙ, һуңынан күберәк ҡоя башлағыҙ. Уңышты тиҙерәк ала башларһығыҙ.

Эҫе көндәрҙә ҡыярға һыу ҡойоп ҡына ҡалмағыҙ, һиптертегеҙ ҙә. Ҡыяр һеркәһе 30 градустан һыуығыраҡ булһа, "үлә". Теплицаға һыулы мискә ултыртып ҡуйығыҙ.
Һауа температураһы үҙгәреүсән булһа, ҡыярҙың тәме үҙгәрә. Үтә һуҡҡан елде лә ул яратмай.

Май башында борос һабағанда бер нисә борос күреп ҡалһағыҙ, шул уҡ ваҡытта ул сәскә атыуынан туҡтаһа, был боростарҙы өҙөгөҙ. Ул саҡта борос ҡабаттан сәскә ата башлар. Төбөн йомшартып тороу ҙа мул уңыш бирер.
Читайте нас: