Хеҙмәт иткән йылдарын бөгөн дә һағынып иҫкә ала ветеран. Шулай булмай ни, йәшлектең иң гүзәл осоро бит ул тыуған илеңде һаҡлаған саҡтар! Хеҙмәттәштәрең менән ғорур баҫып сафта йөрөүҙәр, спорт занятиелары, һыбай йөрөү үҙ һөҙөмтәһен бирмәй ҡалмаған – Риф олатай бөгөн төҙ һәм мыҡты кәүҙәле, тормошҡа ла йәштәрсә дәрт менән ҡарай. Ә уға 83 йәш тә булып киткән! Ил сиге һаҡсылары ойошмаһы ҡарт пограничникты онотмай, байрамдарҙа мотлаҡ ҡотлай. Ветерандың күңеле күтәрелә, бәләкәс кенә иғтибарҙан да бик ҡәнәғәт ҡала.