+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
1 Июнь 2020, 11:15

1 июнь – Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө

Һәр ғаиләгә уңыш һәм бәхет, иман һәм шатлыҡ ҡына юлдаш булһын, балаларҙың шат тауышы тынмаһын!

Йәйҙең беренсе көнө йылы ҡояш менән ҡыуандырһа, ул икеләтә байрамға әйләнә, сөнки ошо көндә күп илдәрҙә Халыҡ-ара балалар көнө билдәләнә. Был байрам Рәсәйҙә Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө тип атала. Ул беҙгә, өлкәндәргә, балаларыбыҙҙың ғүмере, сәләмәтлеге һәм именлеге өсөн ҙур яуаплылыҡ хаҡында иҫкә төшөрә.
Был байрам балалар өсөн тип һанала, әммә өлкәндәр өсөн ул һәр баланың яҙмышы, уның сәләмәтлеге һәм киләсәктә именлеге өсөн яуаплылыҡ тураһында иҫкәртә. Бөгөнгө ҡатмарлы замандарҙа был бигерәк тә оло әһәмиәткә эйә.
Читайте нас: