-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
1 Июнь 2020, 15:25

Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайына – 25 йыл.

1995 йылдың 1-2 июнендә Өфөлә Беренсе бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы үтә.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресс) — йәмәғәт ойошмаларының Халыҡ-ара берлеге. Төп маҡсаты — башҡорттарҙың һәм Башҡортостан Республикаһынан ситтә йәшәүсе милләттәштәребеҙҙең берләшеүенә ярҙам итеү, башҡорт телен һаҡлап ҡалыу һәм артабан үҫтереү, башҡорттарҙың социаль-иҡтисади хәлен, рухи-мәҙәни тормошон яҡшыртыу, дуҫлыҡты һәм милләт-ара татыулыҡты нығытыу.

Юғары ҡарарҙар ҡабул итеү хоҡуғына бөтә халыҡ вәкилдәре йыйыны — Ҡоролтай эйә. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы 1995 йылдан эшләп килә. Ҡоролтайҙар араһында берлек эшмәкәрлеге менән башҡарма комитет идара итһә, 2019 йылдан был вазифа Ҡоролтай президумына бирелде.

Рәсәйҙең башҡорттар күпләп йәшәгән төбәктәрендә, йыраҡ һәм яҡын сит илдәрҙә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының (конгресс) бүлексәләре бар.

Фото асыҡ интернет селтәренән алынды.

Читайте нас: