-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
2 Июнь 2020, 19:00

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының 25 йыллығына

Беҙҙең бурыс – телебеҙҙе һәм халҡыбыҙ мәҙәниәтен һаҡлау

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы йәмәғәт ойошмалары союзы 1995 йылда булдырыла. Ошо көндәрҙә ул үҙенең 25 йыллығын билдәләй. 1995-1996 йылдарҙа республиканың барлыҡ ҡалалары һәм райондарында уның бүлексәләре эшләй башлай. Уларҙың береһе Дәүләкән районында ла барлыҡҡа килә.
Беҙҙең районда ҡоролтай рәйесе вазифаһын оҙаҡ йылдар Ғәлим Рәхим улы Мөхәмәтов башҡарҙы. Ул республиканың төп халҡы мәҙәниәтен һәм телен һаҡлауҙы маҡсат итеп ҡуйған берҙәм команда төҙөнө. Унда Минзаһир Хәмиҙуллин, Сәрүәр Әйүпов, Әмир Муллағәлин, Гөлниса Нәғимйәнова һәм башҡалар инде. Башҡарма комитеттың һәр ағзаһы башҡорт халҡының йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен тергеҙеү һәм һаҡлау өсөн ҙур эш башҡарҙы. «Байраҡ» район гәзите мөхәррире М.Н. Мөхәмәҙиев та йәштәрҙә илһөйәрлек рухы тәрбиәләүҙә ҙур роль уйнаны. Баҫма матбуғат биттәрендә районыбыҙҙа шәжәрә байрамдары уҙғарыу тураһында материалдар даими баҫылып торҙо. Ул ваҡыттарҙа байрамдар айырыуса популярлашҡайны, сөнки кешеләр үҙҙәренең тамырҙары, ғаиләләренең тарихы менән ҡыҙыҡһына һәм улар менән киң мәғлүмәт сараларында бүлешә башланы.
2000 йылдар башында бөтә мәғариф учреждениеларында ла башҡорт теле дәрестәре индерелде. Педагогтар балаларҙа бәләкәйҙән үк милләттәр мәҙәниәтенә һөйөү тәрбиәләне. 2015 йылдан районда халҡыбыҙ йолаларын һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлауға йүнәлтелгән саралар уҙғарыла башланы. Мәҫәлән, Дим башҡорттарының йәмәғәт ойошмаһы барлыҡҡа килде, Ғафури районы табын ырыуы вәкилдәре менән осрашыуҙар уҙғарылды, ә ҡырҡөйлө-мең ырыуы башҡорттары йыйыны йыл һайын уҙғарыла торған сараға әйләнде. Ҡоролтай булдырылған көндән алып күренекле мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре менән бик күп осрашыуҙар үтте. Күләмле саралар уҙғарырға планлаштырғанда беҙ бөгөн районыбыҙҙың һәр тораҡ пунктында йәшәгән халыҡтың фольклор үҙенсәлектәренә һәм ғөрөф-ғәҙәттәренә иғтибар бүлергә тырышабыҙ.
Ағымдағы йылда Көрмәнкәй ауыл Советы «Айыҡ ауыл» республика конкурсында ҡатнашты. Конкурсҡа әҙерлек эштәрендә район ҡоролтайы ла мөһим роль уйнаны.
Шулай уҡ беҙҙә «Ағинәйҙәр» клубы эшләп килә. Уның рәйесе - Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ағзаһы, Әхиәр Хәкимов исемендәге премия лауреаты, район ҡоролтайы башҡарма комитетының иң әүҙем ағзаларының береһе Минзәлә Хәлилова. Клуб ағзалары үҫеп килгән быуында фольклорға ҡыҙыҡһыныу уята, йәштәр араһында тәрбиәүи эш алып бара.
2020 йыл БР Башлығы Радий Хәбиров Указы менән Башҡорт теле йылы тип иғлан ителде. Районда Башҡорт теле йылы эгидаһы аҫтында төрлө саралар ойошторолдо. Март башында фольклор конференцияһы уҙҙы. «Заятүләк һәм Һыуһылыу» халыҡ эпосын һаҡлау һәм тергеҙеү буйынса фекер алышыу уның төп темаһы булды. Дәүләкәндәр башҡорт теленән диктант яҙыуҙа ла әүҙем ҡатнашты. Эпидемиология хәлдәренә бәйле бөтә планлаштырылған күләмле саралар дистанцион рәүештә уҙа.
Бөгөн беҙҙең алда бурыстар күп. Балаларҙы башҡорт телендә уҡытыуҙы дауам итеү –көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе.
Ғарифулла Ҡотлоғәлләмов, Дәүләкән районы башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе.
Читайте нас: