«Асылыкүл» - «Балҡантау» гәзите редакцияһы һеҙҙең өсөн ғәҙәти булмаған бүләк – бер машина утын әҙерләне! Уны беҙ падписка кампанияһының аҙағында уйнатасаҡбыҙ. Бүләктәр уйнатыуҙа 2020 йылдың икенсе ярты йыллығына район гәзитенә яҙылғандарҙың барыһы ла ҡатнаша ала (шулай уҡ йыллыҡ яҙылыу квитанциялары ла ҡабул ителә).
Әгәр ҙә редакцияға 2020 йылдың икенсе ярты йыллығына яҙылыу тураһында квитанцияларығыҙҙы ебәргән йәки алып килгән булһағыҙ, һеҙгә өҫтәмә рәүештә бер нимә лә килтерергә кәрәкмәй. Был квитанцияларҙы ла беҙ супер-призды уйнатыуға индерәсәкбеҙ. Әгәр ҙә инде быны эшләп өлгөрмәһәгеҙ, «районка»ға яҙылығыҙ һәм беҙгә квитанцияларығыҙҙы килтерегеҙ.
Еңеүсе йыйылған квитанциялар араһынан рандом рәүештә, йәғни осраҡлы һандар генераторы ярҙамында асыҡланасаҡ. Бер машина яҡшы ҡайын утынын теләһә ҡайһығыҙ ота ала! Һәм хатта һеҙ ҙә!