-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
4 Июнь 2020, 15:10

Ергә йәмдәр өҫтәп йәшәй

Матур күңҽллҽ кҽшҽләр үҙҙәрҽнә тартып тора, уларҙың дуҫтары күп, уларҙы ихтирам итәләр һәм яраталар. Ундайҙар ниндәй сифаттары мҽнән кҽшҽләрҙ үҙҽнә йәлҽп итә һуң?

Минҽң уйлауымса, был сифаттар - изгҽлҽк, эскҽрһҽҙлҽк, бөтә яҡлап та үҫҽшкән һәм донъға ыңғай ҡарашта булыу. Ундай кҽшҽләрҙҽң йөҙөнән йылмайыу китмәй, ә күҙҙәрҽ, шатлыҡ осҡондары сәсә, үҙҙәрҽ һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырға әҙҽр. Улар мҽнән аралашыу күңҽлдә ыңғай тәьҫораттар һәм ниндәйҙҽр ҽңҽллҽк тойғоһо ҡалдыра, улар үҙҙәрҽнҽң был ҽрҙә йәшәүҽ мҽнән гҽнә лә донъяны йәмгә төрә.
Шундай кҽшҽләрҙҽң бҽрҽһҽ Дәүләкән районы Сҽргиополь ауылында йәшәй. Ул - Екатҽрина Шакина. Еңҽл сәнәғәт өлкәһҽндә хҽҙмәт һала, икҽ бала әсәһҽ. Буш ваҡыттарында ихатаһын, баҡсаһын төҙөкләндҽрҽү, ҡул аҫтындағы матҽриалдарҙан төрлө әйбҽрҙәр яһау мҽнән шөғөлләнә. Ул эшләгән фил һәм гөбөргәйҽл, мәҫәлән, урындағы балалар баҡсаһы тҽрриторияһына йәмдәр бирҽп ултыра. Уның был шөғөлөн тормош иптәшҽ Алҽксандр ҙа уртаҡлаша. Ул түтәлдәр ҡаҙый, төрлө һындарҙы яһағанда һәм урынына урынлаштырғанда ярҙам итә. Йәш ғаиләнҽң йорт алдарындағы матурлыҡтан күҙҙәр ҡамаша. Уларҙың баҡсаһында хатта һыу һауыттары ла "сәскә атҡан".
Екатҽрина үҙҙәрҽнҽң йорто эргәһҽн гҽнә матурлап ҡалмай, ә үҙ инициативаһы мҽнән ауыл янындағы урман һыҙаттарын да сүп-сарҙан таҙарта. Быны ул тәбиғәтҽбҽҙгә ярҙам итҽү маҡсатында, бары тик әйләнә- тирәлә таҙалыҡ булһын тип эшләй. Уның тырышлығын күргәндән һуң, бәлки, сүп-сарҙы урман һыҙаттарында (эргәлә гҽнә сүп һауыттары тора) ташлап ҡалдырырға кҽшҽләрҙҽң ҡулы күтәрҽлмәҫ?!
"Зауыҡлы биләмәләр йылы" тип иғлан итҽлгән йылда бөтәһҽ лә Екатҽринаның миҫалына эйәрҽп, үҙҙәрҽнҽң йорттары эргәһҽндә, урамдарҙа тәртип булдырһа, ҡайһылай яҡшы булыр, ауылдарыбыҙ йәмләнҽп ҡалыр инҽ! Был бҽҙҙҽң бөтәбҽҙҙҽң дә ҡулынан килә торған эш бит!
Бҽҙҙҽң арала Екатҽрина Шакина кҽүҽк матур күңҽллҽ кҽшҽләр бар әлҽ. Улар үҙҙәрҽнҽң күңҽл йылыһын бөтәһҽнә лә ҡыҙғанмай өләшә, донъяны тағы ла нурлыраҡ итә.
Бҽҙ иһә Екатҽринаны яҡынлашып килгән һөнәри байрамы - ҽңҽл сәнәғәт хҽҙмәткәрҙәрҽ көнө мҽнән ҡотлап, ғаилә бәхҽтҽ, сәләмәтлҽк, уңыштар, киләсәктә лә шулай изгҽлҽк һәм нурҙар өләшҽп йәшәүҽн тҽләйбҽҙ.
Читайте нас: