Алға ауылында йәшәүсе Ғәзизовтар бөтмәҫ-төкәнмәҫ хужалыҡ мәшәҡәттәренән ял иткәндә шулай күңелле итеп самауыр сәйҙәре эсә. Әле, йәмле йәй көндәрендә, баҡсаға сығып, ғаиләң менән бергәләп һөйләшә-көлөшә сәй эсеүҙәргә етә мени! Тормошобоҙҙа шундай сағыу һәм илаһи миҙгелдәр күберәк булһын!