Республика территорияһында контейнер майҙансыҡтарынан ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыуға автоматлаштырылған мониторинг системаһы уңышлы эшләп килә. Ул төбәк, шулай уҡ муниципаль кимәлдә ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыуҙы күҙәтеүҙә тоторға мөмкинлек бирә.
Бөгөн был системала 24 меңдән ашыу контейнер майҙансығы теркәлгән. Уларҙың күбеһендә фотофиксация эшләй: сүп түгеү машинаһы водителе башта сүпте тейәгәнсе, унан һуң инде сүпте түккәс фотоға төшөрә һәм үҙе башҡарған эш тураһындағы фотоотчетты ошо системаға һала.
Автоматлаштырылған мониторинг системаһын ҡыҫҡа ваҡытта – дүрт ай эсендә тормошҡа ашырырға мөмкин булды. Унда көн һайын 11 меңдән ашыу ваҡиға теркәлә. Уның эше «Инцидент» менеджмент системаһы менән бәйләнгән, был халыҡтың ихтыяжын өйрәнергә булышлыҡ итә. Көн тәртибендә - граждандар өсөн мобиль ҡушымтар яһау.
Башҡортостан Хөкүмәтендә ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын түгеү һәм соҡор-саҡырҙарҙы ремонтлау өлкәһендә ағымдағы мәсьәләләрҙе хәл итеү буйынса сираттағы кәңәшмә үтте.
Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыуға автоматлаштырылған мониторинг системаһы төбәк операторҙары эшен анализлау ыңғай динамиканың һаҡланыуын күрһәтә. Төбәк операторҙары теркәлгән контейнер майҙансыҡтарының дөйөм һанынан 95 процент кимәлендә сүп-сар сығарылыуын тәьмин иткән. Үткән аҙнала ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыу буйынса граждандарҙың «Инцидент» системаһына мөрәжәғәттәре ике тапҡырға кәмегән. Был мәғлүмәттәр ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыуға автоматлаштырылған мониторинг системаһының һөҙөмтәлелеген раҫлай.