-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
7 Июнь 2020, 19:00

Тормошта булған хәлдәрҙән

Борон- борон заманда, сәүитский ваҡыттарҙа инде, йәшәгән ти ике күрше әхирәт- килендәштәр.Светтең йыш һүнә торған сағы, магазиндарҙа кәнфит- бишенйәләргә ҡытлығыраҡ ваҡыты, һәм балаларының ваҡ, үҙҙәренең йәш ваҡыты.

Яңы йыл байрамы еткән. Матур кейенешеп ике килендәш ауыл клубына юлланған. Әле халыҡ йыйылып бөтмәгән, былар иртәрәк килгән инде.
Ҡыш бабай булып кейенеп, тоғон аҫып Фәрит Амантаев ағайыбыҙ йөрөй икән. Фәриғә инәй менән Фатима апай ҡыш бабайҙан күстәнәс һорайҙар икән, тегенең тоғон асыуы була, свет һүнгән дә ҡуйған. Был икәү мас булып, күстәнәсте арыуыраҡ һоҫоп алғандар инде.
Свет янып, байрам концерты башланғас, ҡыш бабай залға төшөп, концерт ҡарап ултырыусыларға кәнфит өләшә башлаған.
Фәриғә инәй менән Фатима апай тапҡырына еткәс, быларға ҡуҡыш күрһәткән дә, үтеп киткән.
Эй, көлөп алып киттек ти, эргә- тирәләге кешеләр бер нәмә лә аңламағас, аптырап ҡарай, беҙ һенебеҙ ҡатып көләбеҙ тип һөйләп көлдөргәйне апайым. Фәрит ағайҙың ҡуҡыш күрһәткәненә көлгәндәр инде. Ә кәнфитте ысынлап та мул һоҫҡандар, алып ҡайтып табаҡҡа ауҙарғайным, ярты табаҡ булды ла ҡуйҙы тип һөйләгәйне.

Яңы йыл мажаралары күптер инде ул, ваҡыт үтеү менән онотола икән.
Йәш саҡта клубтағы байрам ғына етмәгәндер, училищеның Яңы йылына ла бара торғайныҡ йәштәр.
Бер байрамға кейенеп барырға булдыҡ. Сәрүәр менән икебеҙ мәсекәй әбей булып кейенеп, киттек училищеның елкаһына.
Кешеләрҙе көлдөрөп, ҡыланып йөрөйбеҙ. Егеттәрҙе ҡаңғыртабыҙ.Шулай шаярып йөрөгәндә генә , Сәрүәрем юҡ булды ла ҡуйҙы. Училище уҡыусылары араһында бер үҙем ҡыҫтырылып йөрөй алмайым инде, киттем әхирәтемде эҙләп.Юҡ бер ерҙә лә.
Кемеһелер танып ҡалған бит быны, Сәрүәр тип ҡысҡырған. Өндәшмәһә лә булыр ине. Үҙен танығандарына йәне көйөп , миңә лә өндәшмәй ҡайтҡан да киткән.Ул булмағас мин дә күңелһеҙләндем. Артынан өйҙәренә киттем.Уларҙың өйө училищеға яҡын, көрткә бата-сума картуфлыҡ артынан саҡ барып индем, лыс ҡар булып.Әсәһе Мәфтүхә инәй,кейемен алыштырып кире китте тигәс, Ириналарға киттем.Минең кейемдәр шунда, улар училищеға яҡын йәшәгәс, шунда мәсекәй әбей булып кейенеп тура барғайныҡ.
Советский урамы оҙон урам.Сәрүәрҙәр аҫта, Ириналар өҫтәрәк йәшәне.
Урам буйлап китеп барам ярпылдап, һеперткемде һөйрәп.
Эттәр өрә, лауылдашып өҫтөмә менеп кенә киләләр.Мин былайҙа эттән ҡурҡам. Ҡотом табаныма төштө, ҡысҡырам,бер кеше заты юҡ.Төн бит инде. Һеперткемде һелтәгән һайын, эттәр оторо ҡотора.Яйлап сигенә, сигенә саҡ барып еттем Ириналарға.
Кейемемде алыштырып ҡабат барҙым елкаға.
Аҙаҡтан бүләк тапшырғанда, ике матур ғына мәсекәй әбейебеҙ бар ине, бүләгегеҙҙе алығыҙ тип ҡат- ҡат микрофондан саҡырһалар ҙа, сығып алырға оялдыҡ.

Яңы йыл көтөп алынған матур байрам булһа ла, балалар бәләкәй саҡта, уларҙы ҡалдырып йөрөмәнем.
Йылдар буйы байрам ҡайғыһы ла булманы, балаларыма әүрәп өйҙә генә ултырҙым.
Нурсиләм тыуған йылды , ул ноябрҙә булды. Бер ай ярымлыҡ сабыйҙы ҡалдырып китеп тә булмай бит инде. Ныҡ концертҡа барғым килде. Рөстәм ауыл советында эшләй ине, мин концерт ҡарап ҡына ҡайтайым әле, һин аҙаҡ барырһың тип инәләм.Юҡ, миңә глава доклад һөйләргә ҡушты, һөйләйем дә ҡайтам, шунан барырһың тигән ирем юҡ булды ла ҡуйҙы.
Кейенеп яһанып көтөп ултырам бит инде. Балалар йоҡлап бөттө, бәпесте лә йоҡлаттым да, моғайын йоҡлар, бер ике номерҙы булһа ла ҡарап ҡайтайым әле, бер юлы алдап ҡасҡан ирҙе лә елтерәтергә уй бар инде, барырға булдым.
Ишек тотҡаһына тотоноуым булды, бәпесем уянып илап ебәрҙе, эңңә- эңңәәәә...
Барҙың бармай ҙа ни, йоҡлап ҡына ятһа ни була инде.
Кейенеп ишек тотҡаһына тотоноп торғанымда, башыма ошондай уйҙар килде.Ирҙе табып була, балаңды берәүҙә алыштыра алмай тигән.
Сисенеп сабыйымды ҡосаҡлап ятып йоҡланым.

Байрам итергә бер ҡасан да һуң түгел. Балалар ҙурайғас, үкенгеһеҙ йөрөнөм концерттарға, Яңы йылдарға. Үҙебеҙҙең Юлдыбайҙа үткән байрамдарҙы шул тиклем яратам.
Бер нисә йыл кейендек тә әле. Мәғәзирә апайҙарҙа кейем теккәнебеҙ матур бер хәтирә булып иҫләргә генә ҡалды.
Мәғәзирә апай менән Зөлфиә апай йылан булып, мин Маша икенсе Зөлфиә медведь булып кейенеп, йыландар беренсе, беҙ икенсе урын алғайныҡ.
Кейенергә яратмайым. Апайҙар дәртле ине бигерәк, арала иң йәше һин, ултырма өйҙә тип мине даһырлатып алып сығып китәләр ине.
Икенсе йылында ат булып кейенеп барҙыҡ. Бүләк биргәндә , жюри Һәҙиә апай булдымы икән, онотҡанмын, Фермер Мораттың һауын бейәләре тигәнгә, халыҡ шаулап көлгәйне.Ир ҡаҡшатты бит, Мораттың бейәһе тип. Әрләп,асыуланып саҡ ҡуйҙырҙым.
Өсөнсө йыл көсләп шайтан булып кейендереп алып сыҡтылар.
Кейенеп сәхнәлә йөрөһәң, концертты яҡшылап ҡарап булмай.Башҡа кейенмәнем.
Ауылдаштарымдың концертын ултырып , рәхәтләнеп ҡарарға яратам.
Юҡ, алданым. Былтыр кейендем бит әле. Фәниә апай тауыҡ итеп кейендереп алып сыҡты бит мине.Матур ғына тауыҡҡа сәхнәлә күҙе төшөүсе хәтәр әтәс тә бар ине.Бейергә саҡыра, бейеп йөрөйбеҙ.Теге мине таныған, таный алманым тәким. Кемһең ул, тип ныҡышам.Аҙаҡ, аҙаҡ тип көлә лә ҡуя.Саҡ белдем,Ҡотошева Зөлфиә апай икәнен.Юлдыбайҙар дәртле, күңелле халыҡ бит ул.
Һоҡланырға ғына уларға.

Мизифа Кашкарова.
Прикрепления: Картинка 1.
http://кунел-сэрен.рф/blog/tormoshta_bul_an_kh_ld_r_n/2020-04-09-6
Читайте нас: