+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
8 Июнь 2020, 19:35

Яҡшы кешеләр – эргәлә

Рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе еткергебеҙ килә.

Беҙ, Поляковка ауыл Советы ауыл биләмәһе ветерандары, район гәзите биттәрендә беҙҙең эргәбеҙҙә йәшәгән һәм өлкән быуын тураһында даими хәстәрлек күргән яҡшы кешеләр тураһында һөйләгебеҙ, уларға рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе еткергебеҙ килә.
Социаль хеҙмәткәр Светлана Владимировна Василько бына инде 25 йылдан ашыу пенсионерҙарға көндәлек тормоштарында ғына ярҙам итеп ҡалмай, уларға рухи көс тә бирә. Алсаҡ, итәғәтле ҡатын һәр саҡ иғтибар менән тыңлай, дәртләндереү һүҙҙәре таба белә, яҡшы кәңәштәр бирә. Бөгөн уның ҡарамағында - 22 ветеран. Светлана ошо ауылды тыуып үҫкән кеше булараҡ, һәр береһе менән яҡындан таныш, уларҙың көнкүрешен, ғаилә хәлдәрен белеп тора. Хеҙмәткәребеҙ үҙ бурыстарына яуаплы ҡарай, һәр саҡ ярҙам ҡулын һуҙырға әҙер. Өҫтәүенә бар эшкә лә оҫта: тәмле бәлештәр ҙә бешерә, ҡунаҡтарҙы ла ҡаршы ала, магазиндан кәрәкле әйберҙәрҙе һатып алып, көнөндә үк килтереп ҡуя. Беребеҙҙе лә иғтибарһыҙ ҡалдырмай. Ә яңғыҙ оло кешегә шунан башҡа тағы ни кәрәк! Ул беҙҙең ҡыҙыбыҙ кеүек.
Светлана ире Юрий менән 30 йыл бергә татыу ғүмер кисерә, улдары Николай менән Евгенийҙы үҫтерә. Ваҡыт менән иҫәпләшмәйенсә, шәхси машиналарында кәрәкле әйберҙәрҙе йорт буйынса тараталар, кәрәк булғанда дауаханаға, врачҡа ҡабул итеүгә оҙатышалар.
Поляковка ауыл Советы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Евгений Гладышев һәм фельдшер-акушерлыҡ пункты мөдире Виктория Рәхмәтуллина менән бергәләп хәлде һәр саҡ күҙәтеүҙә тоталар ҡайһы ветеранға ниндәй ярҙам кәрәк, айырыуса әле, коронавирус эпидемияһы осоронда, кем сираттан тыш медицина ярҙамына, дарыуҙарға, аҙыҡ-түлеккә йәки башҡа нимәләргә мохтаж икәнлеген белешеп торалар. Шылтыратып, хәлебеҙҙе мотлаҡ һорашалар. Һиҙгер, изге йөрәгегеҙ, хәстәрлегегеҙ өсөн рәхмәт һеҙгә.
Поляковка ауыл биләмәһе ветерандары исеменән Е.Гриб, О.Димитрюк, Т. Калашнева.
Читайте нас: