+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
12 Июнь 2020, 12:35

12 июнь – Рәсәй көнө.

Рәсәй -Тыуған илебеҙ,беҙҙең оло Ватаныбыҙ!

Миллионлаған рәсәйлене берләштергән был байрам берҙәмлек һәм бойондороҡһоҙлоҡ символы булып тора.
1990 йылда ҡабул ителгән Дәүләт суверенитеты тураһында декларацияла социаль-иҡтисади именлеккә өлгәшеүгә йүнәлтелгән артабанғы үҫеш юлдары билдәләнде. Был йылдар эсендә ҙур юл үтелде һәм бөгөн Рәсәй бөтөн һынауҙарҙы лайыҡлы үткәргән, халыҡ-ара аренала үҙ позицияһын ныҡлы яҡлаған көслө дәүләт булып тора.
Ватаныбыҙ яҙмышы, илһөйәрлектең һәм гражданлыҡтың күп быуатлыҡ традициялары өсөн яуаплылыҡ киләсәктә лә илебеҙ халыҡтарын берләштереп торасаҡ, иң ҙур һәм әһәмиәтле маҡсаттарға ирешергә ярҙам итәсәк.
Был көндө барығыҙға ла һаулыҡ, бәхет, тыныслыҡ һәм именлек теләйбеҙ! Тыуған илебеҙ күге һәр ваҡыт аяҙ, яҡты булһын, уңыштар һәм далан юлдаш булһын!
Рәсәй көнө менән!
Читайте нас: