+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
15 Июнь 2020, 15:00

Мотлаҡ бирсәткә кейеү талабы юҡҡа сығарылды.

Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмә ваҡытында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров юғары әҙерлек режимына тағы бер ни тиклем йомшартыуҙар индерҙе.

Шулай итеп, йәйге эҫе көндәрҙә мотлаҡ бирсәткә кейеү талабы юҡҡа сығарылды.
Яйлап ҡына был талапты ғәмәлдән сығарайыҡ, хәҙер бөтә ерҙә лә дезинфекция үткәрелеп тора. Ә битлектәр кейеү әлегә мотлаҡ талап булып ҡаласаҡ, – тине Радий Хәбиров.
Бөгөндән, республикала пляждар асыла.
– Махсус әҙерләнгән пляждар бөгөндән асылырға тейеш. Улар күп түгел, Өфөлә туғыҙ пляж. Тик ҡорамалландырылғандарын ғына асабыҙ. Ћыуҙа кешеләр, балалар бата башланы. Район хакимиәттәре башлыҡтары, быға ныҡлы иғтибар итегеҙ, – тине Радий Хәбиров.
Фото интернет селтәренән алынды.
Читайте нас: