+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
19 Июнь 2020, 13:40

Ныҡлыҡҡа һынанылар

Дәүләкән сорт һынау участкаһы тикшереүҙе яҡшы үтте

Эшҡыуар Илдар Камалов крәҫтиән-фермер хужалығы базаһындағы Дәүләкән сорт һынау участкаһы йыл һайын етди тикшереү үтә. Составында «Дәүләт сорт комиссияһы» федераль дәүләт бюджет учреждениеһының Башҡортостан Республикаһы буйынса филиалы начальнигы И.П. Леонтьев, республика Ауыл хужалығы министрлығы, беҙҙең райондың ауыл хужалығы идаралығы вәкилдәре һәм белгестәренән торған комиссия сәсеү эштәре һәм уға бәйле агротехник саралар тамамланғандан һуң тәжрибә өлгөләре сәселгән баҫыуҙарға сыға.
Дәүләкән сорт һынаусыларҙың эше йыл да юғары баһалана. Бында ғәжәпләнерлек берн ни ҙә юҡ. Хеҙмәткәрҙәр ярайһы уҡ тәжрибә туплаған кешеләр, һәр береһе үҙ эшенә мөкиббән бирелгән, яуаплылыҡ тойған юғары класлы белгес. Участкаларға бүленгән баҫыу һутлы, сәләмәт үҫентеләр менән күҙҙе ҡыуандыра. Һәр делянка билдәле тәртиптә һандар яҙылған табличкалар менән билдәләнгән. Һәр сортҡа тәғәйен һан яҙылған , агроном Нәзир Ғабдрахмановҡа уларҙың барыһы ла яҡшы таныш. Ҡайҙа нимә үҫкәнен ул яттан белә. Ә был ябай эш түгел. Быйыл ғына бында шытымға, уңдырышлылыҡҡа, һауа һәм климат шарттарына һынау үткән 300 сорт орлоҡ сәселгән. Улар араһында – яҙғы һәм ужым бойҙайы, арыш, ҡарабойҙай, һоло, шул иҫәптән һыра етештерә торғаны, чечевица, бынан тыш күп йыллыҡ үлән сорттары, көнбағыш. Көнбағышҡа быйыл айырыуса иғтибар бүленә. Бөтә участкалағы сорттарҙың 140-тан ашыуы тап ошо майлы һәм юғары рентабелле культураға тура килә. Был да осраҡлы ғына түгел. Сентябрҙә Дәүләкән сорт һынау участкаһы базаһында сит ил инвесторҙары менән киң күләмле республика семинары үткәреү планлаштырыла. Унда Башҡортостанда көнбағыш үҫтереү өҫтөнлөктәре тикшереләсәк.
Комиссия ағзалары сәсеүлектәрҙең яҡшы шытыуын, тармаҡланыуын, химик утау, минераль ашламалар индереү кеүек тейешле агротехник алымдарҙың ваҡытында үткәрелеүен билдәләп үтте. Ауыл хужалығы фәндәре кандидаты, «Башҡортостандың элиталы орлоҡтары» ауыл хужалығы культуралары орлоҡтары етештереү ассоциацияһы ағзаһы Иван Леонтьев уларҙың күбеһе беҙҙең зонала юғары уңыш менән ҡыуандырыуҙарын билдәләне, бер нисә сорт культураға ыңғай ҡылыҡһырлама бирҙе.
Сарала ҡатнашыусылар - районда үҫемлекселек менән шөғөлләнгән Дәүләкән эшҡыуарҙары уның һүҙҙәрен ҙур ҡыҙыҡһыныу менән тыңланы. Районлаштырылған яҡшы орлоҡтар – уңышлы эштең мөһим өлөшө.
Дөйөм алғанда, комиссия Дәүләкән сорт һынау участкаһының баҫыу эштәре һөҙөмтәһен юғары баһаланы, шулай уҡ яҙғы культуралар майҙандары ла яҡшы баһаға лайыҡ булды. Сорт һынаусыларҙың алда мәшәҡәттәре етерлек. Сөнки төп һөҙөмтә көҙ еткәс кенә, уңыш йыйғанда яһаласаҡ.
Галина Бурдилева.
Автор фотоһы.
Читайте нас: