+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
22 Июнь 2020, 11:40

Бөгөн – Хәтер һәм ҡайғы көнө

22 июнь – Рәсәй һәм кешелек тарихында иң ҡайғылы һәм фажиғәле дата.

Был көндә беҙ фронтта һәләк булған, фашист лагерҙарында һәм тылда аслыҡтан, ауыр тормоштан мәрхүм булғандарҙың барыһын да хәтергә алабыҙ. Үҙенең ғүмерен аямай изге бурысын үтәгән, Тыуған илен һаҡлаған һәм беҙгә азат киләсәк бүләк иткән бер кем дә онотолмаһын.
Ҡәҙерле ветерандар алдында баш эйәбеҙ һәм уларға ҡаһарманлыҡ, батырлыҡ, рух ныҡлығы, һуғыштан һуң илде күтәргәндәре һәм уны көслө дәүләт иткәндәре өсөн рәхмәт белдерәбеҙ. Был һуғыштың аяныслы эҙемтәләре беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге ҡаласаҡ.
Читайте нас: