+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
22 Июнь 2020, 13:00

Дәүләкәндә Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандарҙы иҫкә алдылар

Бөгөн, 22 июндә, бөтә ил иҫтәлекле дата – Хәтер һәм ҡайғы көнөн билдәләп үтте.

Бөгөн, 22 июндә, бөтә ил иҫтәлекле дата – Хәтер һәм ҡайғы көнөн билдәләп үтте. Быйыл билдәле сәбәптәр буйынса киң күләмле саралар туҡтатылды, әммә был датаға арналған төрлө саралар онлайн рәүештә үтте. «Хәтер шәме» бөтә халыҡ акцияһы ла үҙ форматын үҙгәртте. Уның мәғәнәһе шунда, 22 июнгә ҡарата төндә Рәсәйҙә йәшәгән бар халыҡ тыныс тормошто яҡлап, Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған 27 миллион яугир иҫтәлегенә шәм яндыра. Беҙҙең район да бер нисә йыл рәттән был акцияға ҡушыла. Сара Һалдат һәйкәле эргәһендә үтә. Быйыл коронавирус инфекцияһы таралыу сәбәпле, ул күп кеше йәлеп итмәйенсә үткәрелде. Район хакимиәте вәкилдәре һәм ирекмәндәр һуғыштан әйләнеп ҡайтмаған яҡташтарҙы дәүләкәндәр исеменән иҫкә алыу өсөн бер нисә шәм яндырҙы.
Быйыл коронавирус инфекцияһы Бөйөк Ватан һуғышының 75 йыллыҡ юбилейына арналған байрам сараларын ойоштороуға ҙур үҙгәрештәр индерҙе. Уларҙың күбеһе 9 майҙа онлайн рәүештә үткәрелде, Еңеү Парады күсерелде. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың бойороғо буйынса ул Мәскәүҙә 24 июндә, 1945 йылда еңеүселәрҙең легендар, тарихи парады уҙған көндө үткәреләсәк. Бөтә төбәктәр өсөн был көн ял көнө тип иғлан ителде.
Ольга Юдина.
Читайте нас: