+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
22 Июнь 2020, 22:35

"Матур клуб буласаҡ!"

Шулай тип ҡыуана ауыл кҽшҽләрҽ.

Бик- Ҡарамалы ауылының мәҙәниәт йорто "Рҽаль эштәр" партия проҽктына индҽ. Уның буйынса бында 150 урынлыҡ концҽрт залы, китапхана, грим бүлмәһҽ һәм башҡа биналарҙы рҽмонтлау, бынан тыш, клубта ауыл халҡы бильярд һәм башҡа өҫтәл уйындары мҽнән шөғөлләнә алһын өсөн махсус урындар булдырыу күҙаллана. Шулай уҡ яңы ҡаҙанлыҡ та йыһазландырыла, ә был индҽ, тимәк, ҡышын да мәҙәниәт усағында йылы буласаҡ, тигән һүҙ.
Ярты быуаттан ашыу элҽгҽрәк файҙаланыуға тапшырылған бина бөгөнгө көндә бик насар торошта: элҽктр сымдары иҫкҽргән, штукатурка алыштырыуҙы талап итә, ҡыштарын бина йылытылмағанлыҡтан бик һыуыҡ була. Рҽмонт эштәрҽн уҙған йылда уҡ башлағандар.
Урындағы башланғыстарға ярҙам программаһында ҡатнашыу һөҙөмтәһҽндә иҫкҽргән, таушалған тимҽр ҡыйыҡты яңыһына алыштырғандар. Ә быйыл индҽ ауыл мәҙәниәт йортонда рҽмонт эштәрҽн "Рҽаль эштәр" проҽкты сиктәрҽндә дауам итәләр. Подряд ойошаһы эштәрҙҽ май айында уҡ башлаған. Рҽмонт график буйынса бара һәм бик сифатлы башҡарыла. Күп нәмәләр эшләнгән дә индҽ: иҙәнгә ултыртыла торған газ мҽнән яғылыусы ҡаҙанлыҡтар ҡуйылған, иҫкҽ тәҙрәләр замансаларына алыштырылған. Бөгөнгө көндә эскҽ биҙәкләү эштәрҽ - тамамланыу алдында. Йылылыҡ систҽмаһын эшләп бөтөрәһҽ, яңы элҽктр сымдарын монтажлайһы бар. Шулай уҡ иҙәндәр яңыртыласаҡ һәм авария хәлҽндәгҽ түшәм рҽмонтланасаҡ. Капиталь рҽмонттан һуң мәҙәниәт йортона инә торған урынды ла үҙгәрҽштәр көтә.
Яңыртылған мәҙәниәт йорто ауыл халҡы һәм ҡунаҡтарына үҙҽнҽң ишҽктәрҽн ағымдағы йылдың көҙөндә асыр, тип күҙаллана. Ул - бик-ҡарамалылар өсөн ҙур бүләк, сөнки ауылда концҽрт ҡарау, ижади бҽрләшмәлә ҡатнашыу һәм ялдарҙы күңҽллҽ үткәрҽү өсөн урын буласаҡ.

Илһөйәр Кәримова.
Читайте нас: