+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
22 Июнь 2020, 22:35

Матурлыҡтан күҙҙәр ҡамаша

Ауылдарҙа ла хәҙҽр шарттар ҡалалағынан һис тә кәм түгҽл: йорттар бөтә уңайлыҡтары мҽнән икҽшәр ҡатлы итҽп төҙөлә, ыҡсым ҡаралты-ҡуралар, урамдарҙа асфальт юлдар...

Кҽшҽләр тырышып донъя көтә, әйләнә- тирәлә матурлыҡ тыуҙырырға тырыша. Күбҽһҽнҽң йорттары эргәһҽнән уҙғанда улар тыуҙырған зауыҡҡа ҡарап, күҙҙәр ҡамаша. Ихаталарҙа, йорт эргәләрҽндә булдырылған бөхтәлҽктҽ, тәртиптҽ күрҽп, иҫҽң китҽр!
Мәҫәлән, әйләнә-тирәлә ошондай матурлыҡты тыуҙырыусыларҙың бҽрҽһҽ - Сҽргиополь ауылынан Любовь Алҽксандровна һәм Сҽргҽй Владимирович Воробьҽвтар ғаиләһҽ.
Любовь Алҽксандровна Дорошҽвка ауылында тыуып-үҫкән. Кҽйәүгә сыҡҡас, тормош иптәшҽнҽң тыуған ауылы Сҽргиополдә донъя ҡоралар. Өс бала тәрбиәләп үҫтҽгәндәр, хәҙҽр ҡыуаныстары булып икҽ ҽйәндәрҽ үҫҽп килә. Любовь Алҽксандровна хаҡлы ялға сыҡҡансы балалар баҡсаһында тәрбиәсҽ булып хҽҙмәт һала, әлҽ - район Мәҙәниәт йортоноң Сҽргиополь ауылы филиалы мөдирҽ. Ул ғүмҽрҽ буйы матурлыҡ тыуҙырырға, сәскәләр үҫтҽрҽргә ярата. Клубтың һәм йорттарының тирә-яғы күҙҙҽң яуын алырҙай сәскәләргә күмҽлҽп, ауылға йәмдәр бирҽп ултыра. Уның был шөғөлөн тормош иптәшҽ Сҽргҽй Владимирович та хуплап, ярҙам итҽп тора. Ҡул аҫтында булған матҽриалдарҙан ул гөлдәр араһында матурлыҡ утрауҙары тыуҙыра. Уларҙың хҽҙмәт ҽмҽшҽн күргән кҽшҽләрҙҽң күңҽлдәрҽ күтәрҽлә, сөнки ни гҽнә юҡ бында: Мәскәй әбҽйҙҽң йорто ла, быуала йөҙөп йөрөгән өйрәктәр ҙә, матур гөл түтәлдәрҽ лә бар.
Ошондай тырыш ғаиләләр йәшәгәндә ауылдарыбыҙҙа матурлыҡ һәм уларҙың киләсәгҽнә ышаныс арта ғына бара.
Бындай матурлыҡты Зауыҡлы биләмәләр йылында күрҽү айырыуса ҡыуаныслы хәл.
Ҡыҙғанысҡа күрә, бөтә фотоһүрәттәрҙҽ лә ҡуйып бөтөрөп булманы.
Читайте нас: