+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
23 Июнь 2020, 22:00

Аш-һыу

Емеш-еләкле эремсек

250 г эремсек, 150 г шәкәр, 2 йомортҡа, 50 г он, 1 алма, 50 г йөҙөм һәм күрәгә, 4 ҡалаҡ үҫемлек майы кәрәк.
Эремсекте иләк аша үткәреп, өҫтөнә йомортҡа һытып, шәкәр ҡомо, он ҡушырға. Ҡабарып торһон өсөн миксер йә блендер ҡулланырға мөмкин. Алдан ебетелгән кипкән емештәрҙе һәм ҡырғыстан үткәрелгән алманы өҫтәргә. Бөтәһен бергә бутап баҫырға, шунан түңәрәктәр яһарға.
Ҡыҙғылт төҫкә ингәнсе майҙа ҡыҙҙырырға. Өҫтәлгә ҡаймаҡ менән бирергә мөмкин.
Читайте нас: