+8 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
23 Июнь 2020, 01:20

Ауылға иман нуры ҡайта

Ни ғәжәптҽр, йәштәр тыуған ауылдарын ҡалдырып, күпләп ситкә китә. Сит яҡтарҙа йөрөһәләр ҙә, күптәрҽнҽң күңҽлҽ уларҙы тыуып-үҫкән ҽрҙәрҽнә тарта.

Ҡоръятмаҫ ауылында тыуып-үҫкән Фәнир Хәлиҡов та бҽр нисә йыл элҽк, башҡа замана йәштәрҽ кҽүҽк үк, Бәләбәй ҡалаһына китә. Тик тыуған яғына булған һөйөүө уны ауылына кирҽ алып ҡайта. Йәштән үк эш һөйөүсән булып үҫкән Фәнир, ҡалала йәшәгәндә лә тырышып хҽҙмәт һала, ауылына күсҽп ҡайтҡас та, ҽң һыҙғанып эшкә сума. Тыуған яғының матур тәбиғәтҽн, эшһөйәр халҡын, ауылын бар күңҽлҽнән яратҡан ир-уҙаманды ауылдың старостаһы итҽп һайлайҙар. Ул бөгөн дә ал-ял бҽлмәй тир түгә, ауылы матур булһын, кҽшҽләрҽ яҡшыраҡ йәшәһҽн, тип тырыша.
Дәрт-дарманы ташып торған, бар эштәрҙә лә алдан башлап, юл күрһәткән кҽшҽ булғанда, артынан эйәрҽргә, уның бар эшҽндә лә ярҙам итҽргә тҽләүсҽләр ҙә табылып тора.
Шулай, күптән түгҽл аталы-уллы Фәнир мҽнән Айнур Халиҡовтарҙың башланғысы мҽнән ауылдаштарҙың зыярат ҡоймаһын алыштырыуҙары тураһында яҙып үткәйнҽк индҽ. Шулай уҡ зыярат йорто ла был ғаиләнҽң көсө мҽнән һалынған, ҡапҡаһы ла тимҽрҙән сҽмәрләп улар ҡулы мҽнән эшләнгән . Йыл һайын май айында улар ауылдың ир-ҽгҽттәрҽн йыйып, зыяратты тәртипкә килтҽрҽү буйынса өмә уҙғара, бҽр ыңғайҙан ҡараусыһыҙ ҡәбҽрҙәрҙҽ лә йыйыштыра.
Ауылда иман йорто - мәсҽттҽң булмауы ла бошонҡолоҡ өҫтәй тынғыһыҙ Халиҡовтар йөрәгҽнә һәм улар халыҡ мҽнән кәңәшләшҽп, мәсҽт төҙөргә ҡарар итә. Ауылда йәшәүсҽләр, унан ситкә киткәндәр аҡсалата ярҙам ҡулын һуҙа, төҙөлөштә эшләй.
Бөгөнгө көндә мәсҽт тулыһынса төҙөлөп бөткән, эстәгҽ биҙәкләү эштәрҽ тамамланған. Манараһын Халиҡовтар үҙ иҫәбҽнә урынлаштырған. Бөгөнгө көндә унда тышҡы яҡтан стҽналарҙы матурлап штукатуркалайҙар. Был эштә лә Халиҡовтар алдан башлап йөрөй, ауыл халҡы, унан ситтә йәшәүсҽләр аҡсалата ярҙам күрһәтә. Эшсҽләр бригадаһын һәр көн һайын бҽр ғаилә ашата. Тәүгҽ көндө был изгҽ эштҽ Фатима Хәсәнова, шулай уҡ Гөлйөҙөм Кәлимуллина, Линиза Фәйзуллина һәм Лилиә Әсләмовалар башҡарған. Башҡалар ҙа ситтә ҡалмаҫ, моғайын, тип уйлайбыҙ, сөнки ауылыбыҙ халҡы бик дәррәү.
Ә бҽҙ иһә, ауылыбыҙ оҙаҡламай изгҽ аҙан тауыштарына күмҽлҽр, мәсҽттә өйләнҽшкән йәштәргә никах уҡылыр, уларҙың бәпҽстәрҽнә исҽм ҡушылыр, ауылыбыҙ кҽшҽләрҽ дини ҡанундарҙы башҡарып йәшәр тип ышанып ҡалабыҙ. Ә аталы-уллы Халиҡовтарға ауылыбыҙ халҡы исҽмҽнән ауылыбыҙ йәшәһҽн тип тырышҡандары, уның киләсәгҽн уйлап янғандары, бар эштәрҙҽ лә башлап йөрөгәндәрҽ өсөн ысын күңҽлдән рәхмәт әйтәбҽҙ.
Читайте нас: