Был һәйкәл эргәһендә тыныс ҡына тороу мөмкин түгел. Алғы планда - балаларҙы ҡосағына алған яугир, эргәһендә – хәйер-фатихаһын биргән аҡһаҡал. Барыһының да, шҫул иҫәптән артҡы пландағы йәштәрҙең дә йөҙө борсоулы, әммә тыныс көндәргә ышаныстары тулы. Күпме ғүмерҙәрҙе ҡыйған дәһшәтле һуғыш тамамланһа ла, ул ауыр йылдарҙы күңелендә һаҡлаған ветерандарыбыҙ бихисап...