+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
24 Июнь 2020, 11:35

Еңеү парады

75 йыл элек (1945) Мәскәүҙә Ҡыҙыл майҙанда Еңеү парады үтә.

Боронғо замандарҙан дошманды еңеп ҡайтҡан ғәскәрҙәрҙе данлағандар, хәрби парадтар уҙғарылған. Беҙҙең халыҡ та фашистарҙы еңеү хөрмәтенә ҙур тантана буласағына өмөт итте. Еңеү парады 1945 йылдың 24 июнендә үтте.

Парадта ҡатнашыу өсөн һәр фронт мең кешенән торған йыйылма полк ойоштора. Бынан тыш, Хәрби диңгеҙ һәм Хәрби һауа флоттары үҙ полктарын әҙерләгән. Тантанала ҡатнашыусыларҙы яңы формаға кейендергәндәр.

24 июндә иртә менән башланған ямғыр туҡтамай яуа. Шуға ҡарамаҫтан, кешеләрҙең кәйефе күтәренке. Ҡыҙыл майҙанды йөҙәрләгән байраҡтар биҙәгән. Парадта ҡатнашыусыларҙың күкрәктәрендә ордендар, миҙалдар ялтырай. Ленин мавзолейы трибунаһына дәүләт етәкселәре күтәрелә. Кремль куранттары сәғәт 10-ды һуҡҡанда, майҙанда күк атҡа атланған Г. Жуков күренә. Уны Рокоссовский ҡаршылай һәм рапорт бирә. Шулай итеп тәүге тантаналы парад башлана.

Читайте нас: