-4 °С
Болотло
350 грамм еләк, 300 грамм он, 70 грамм манный ярмаһы, 2 йомортҡа, 150 грамм ҡатыҡ (кефир), 150 грамм шәкәр ҡомо, 125 грамм аҡ май, ярты балғалаҡ аш содаһы, 10 грамм ванилле шәкәр, 1 балғалаҡ лимон ҡабығы (цедра), 1 семтем тоҙ, шәкәр онтағы кәрәк.
Аҡ майҙы шәкәр, ванилле шәкәр һалып туғыйбыҙ, шул арала берешәрләп кенә йомортҡаларҙы өҫтәйбеҙ. Ҡатыҡҡа аш содаһы, лимон ҡабығы ҡушабыҙ ҙа майлы-йомортҡалы ҡатнашмаға һалабыҙ. Он, тоҙ, манный ярмаһы менән ҡамыр әҙерләйбеҙ.
Табаны майлайбыҙ ҙа саҡ ҡына он һибәбеҙ һәм, ҡамырҙы һалып, өҫтөн тигеҙләйбеҙ. Еңелсә генә батырып, еләк теҙәбеҙ.
180 градус эҫелектәге мейестә 50 минут самаһы бешерәбеҙ. Өҫтөн шәкәр онтағы менән биҙәргә мөмкин.