Уларҙың йорто эргәһенән үткәндә мотлаҡ баҡсаларына, төрлө төҫтәре менән күҙҙең яуын алып ултырған сәскәләренә күҙ һалмай мөмкин түгел. Сәлимә ханым бигерәк тә розалар үҫтерергә ярата. Гөлдәр батшабикәһенә һоҡланмаған кеше юҡ. Энәләре сәнскеле булһа ла, сәскәләренең матурлығына күҙҙәр ҡамаша.