-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
26 Июнь 2020, 16:45

РЕСПУБЛИКА ЮХХДИ-ҺЫ МАХСУС ОПЕРАЦИЯ ИҒЛАН ИТТЕ

Башҡортостанда 25 июндән «Мотоцикл» иҫкәртеү операцияһы башланды.

Сара мотоцикл, скутер һәм мопед водителдәренең юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген боҙоуын асыҡлауға йүнәлтелгән. Айырыуса билдәләнгән тәртиптә теркәлмәгән мототехниканы асыҡлауға иғтибар бүленә.
«Быйыл биш айҙа мототранспорт водителдәре ҡатнашлығында 33 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, уларҙа ике кешенең ғүмере өҙөлгән, 38-е төрлө йәрәхәттәр алған. Мотоцикл водителдәре ғәйебе менән 28 юл фажиғәһе булған», — тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Республикаһы Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһының матбуғат хеҙмәтенән.
Читайте нас: