+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
26 Июнь 2020, 14:05

Тыуған ереңдә хеҙмәт итеү – ҙур бәхет

Алия Хәмәҙиева, Ҡаҙанғол ауыл мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе.

Алия Хәмәҙиева, Ҡаҙанғол ауыл мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе:
- Мин Ҡаҙанғол ауылында тыуып үҫтем. Мәктәптән һуң Бәләбәй педагогия колледжын, артабан М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның физика-математика факультетын тамамланым. Хеҙмәт юлымды уҡытыусы булып башлаһам да, яҙмыш ҡушыуылыр инде, сауҙа өлкәһенә күстем. Бер нисә йыл Мәскәүҙә эшләнем. Тыуған илемдән алыҫта шуны аңланым, баҡтиһәң, үҙеңдең тәпәй баҫҡан ғәзиз ереңдән дә ҡәҙерлеһе юҡ икән. Ауылымды, атай-әсәйемде, бында ҡалған дуҫтарымды шул тиклем юҡһынып, һағынып йәшәнем.
Оҙаҡ уйланғандан һуң тыуған ауылыма ҡайтырға ҡарар иттем. Был ваҡытта урындағы мәҙәниәт йортона художество етәксеһе кәрәк ине. Үҙемде мәҙәниәт өлкәһендә һынап ҡарарға булдым һәм бер ҙә үкенмәйем. Миңә эшем ныҡ оҡшай. Бер сара икенсеһенә оҡшамаһын өсөн бар тырышлығымды һалам. Ауылдаштарым мине ҡеүәтләп, ярҙам ҡулын һуҙырға әҙер тора, уларға ҙур рәхмәтлемен. Ә иң мөһиме – улым, яҡындарым, туғандарым эргәлә. Тыуған илеңдә үҙ халҡыңа хеҙмәт итеү – ҙур бәхет!
Читайте нас: