-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
27 Июнь 2020, 20:10

БЕҘҘЕҢ ТУЙ БУЛМАНЫ

Нимә ул бәхет? Һәр кеше бәхетле булыу тураһында хыялланалыр, моғайын. Бары үкенес менән йәшәргә яҙмаһын. Уҡыусыларға бәйән иткән яҙмам – булған хәл.

“Бәхетте муллыҡта күрһәң – тырыш, бай бул; мөхәббәттә күрһәң – ярат, ижадта күрһәң – ижад ит, тик бер нәмә хаҡында онотма: намыҫлы бул, гонаһтан ҡурҡ, ояла бел һәм кешеләрҙе йәлләргә өйрән, ярат. Бының бер ҡыйынлығы ла юҡ. Тик был шундай ауыр юл”, – тип яҙған шағирә Тамара Ғәниева.
Нимә ул бәхет? Һәр кеше бәхетле булыу тураһында хыялланалыр, моғайын. Бары үкенес менән йәшәргә яҙмаһын. Уҡыусыларға бәйән иткән яҙмам – булған хәл.
...Ҡапыл телефон шылтыраны. Кем булыр был мәлдә?
– Алло, апай. Был Азат шыл­ты­рата. Әсәйем әйтергә ҡушты – әле генә атай менән бәхил­ләштек.
Оҙаҡ ултырҙым уйланып. Алыҫ­та йәшәйҙәр, кәм тигәндә ике көнлөк юл. Хушлашып бул­маҫ, ахыры. Баһадир кәүҙәле Сә­лихйәндең яҡты донъянан ките­үенә ышанғым килмәй. Алсаҡ, йомшаҡ күңелле Зөһрәне йәл­ләнем, һөйгән кешеңде юғалтыу еңел түгел.

Бынан утыҙ йыл самаһы элек таныштыҡ улар менән. Беҙ ғаилә менән ҡалала торҙоҡ, ә улар яҡын ауылда йәшәне. Сәлихйән – алдынғы колхозда зоотехник, Зөһрә – уҡытыусы, башланғыс мәктәп мөдире. Мин уларҙың етеш донъяһына һоҡлана инем. Ҙур итеп өй күтәрҙеләр, кәртә-ҡураһы ныҡлы, мал-тыуар ишле, ҡош-ҡорто уңа, баҡсала емеш-еләк, йәшелсә күкрәп үҫә, сәскә гөлләмәләре күҙҙең яуын алырлыҡ. Сәлихйән – ғәйрәтле ир, ә Зөһрә – толомдары биленә төшөп торған һылыу ҡатын. Был татыу ғаиләлә ике егет үҫеп килә. Йәй көндәре бергәләп Кама йылғаһы буйына барабыҙ. Балалар һыу инә, беҙ ҡомда ҡыҙы­набыҙ, серләшәбеҙ. Сәлихйән улдары менән иремә баҡса өйө төҙөштө, ярҙамы күп булды. Ул саҡтарҙы оноторлоҡ түгел.
Көндәр йылынғас, мин Зөһрә янына барып ҡайтырға булдым. Азаттың ҡатыны Тамара вокзалда ҡаршыланы ла еңел машинала ауылға алып китте.
– Әсәйҙең яңғыҙына ҡыйын, һеҙ ҡайтырға ашыҡмағыҙ инде, – тине ул.
Азат ҡатыны менән ҡалала тора, ә ҡустыһы Себерҙә йәшәй икән. Зөһрә таяҡҡа таянып ҡаршыларға сыҡҡан, ныҡ үҙгәргән, бәләкәсәйеп ҡалғандай, саҡ атлап йөрөй. Баҡсала ҡурай еләген йыйып, ҡоҙоҡтан һыу ташығас, Тамара ҡайтып китте.

– Сәлих оҙаҡ ауырыны. Үҙем йығылып, имгәнеп ҡуйҙым. Дауа­ханаға бара алманым, иремде ҡа­рарға кәрәк бит. Хәҙер күр­шеләр ярҙам итә. Киленем менән улым алмашлап килеп китәләр, – тип һөйләне ҡатын үҙ хәлен.
– Нисек ҡыйын булмаһын, һин бәхетле булдың, – тинем.
– Шулай тиһеңме?
– Әлбиттә, ирең абруйлы белгес, шәп кеше ине. Донъяң бөтөн, муллыҡта йәшәнең. Балаларың һоҡланырлыҡ. Үҙең хөрмәтле уҡытыусы-ветеран, тик һаулыҡ булһын, – тип өҫтәнем.
Иртәнге сәйҙе эскәс, Зөһрә мөйөштә торған семәрле һандыҡтан бер төргәк сығарҙы.
– Беләһеңме, был нимә? Һин шундайҙы кейҙеңме? – тип, миңә һарғая башлаған ебәк бөркән­секте һуҙҙы. Был туйҙа кәләштәр кейә торған фата ине.
– Эйе, тик минеке икенсе төрлөрәк булды. Кейәүем миңә бәрхәт биҙәкле аҡ капрон күлдәк алып бирҙе. Германиянан килгән, 78 һумлыҡ. Бөркәнсегем атлас сәскәләр менән биҙәлгән, миңә килешеп тора ине. Өфөнөң ҙур никах һарайында яҙылыштыҡ, унан ябай ғына студент туйы булды, – тинем, иҫтәлектәрҙе барлап.
Зөһрәнең күҙҙәре йәшләнде.
– Ә һин ниңә был бөркәнсекте һаҡлайһың?
– Әсәйҙең һандығында ятҡан. Ул вафат булғас, табып алдым да үҙемә һалып ҡуйҙым. Бер ҡатлы, тиле йәшлек аманаты ул. Йөрәк төбөндә ятҡан серемде һиңә һөйләйем әле, – тип һүҙ башланы Зөһрә. – Беҙҙең атай һуғышта һәләк булып ҡалды, һеңлем менән мине әнкәй үҫтерҙе. Ҡыш фермала быҙау ҡараны, йәй ҡырҙа эшләне. Ауылда ете класты тамамлап, педучилищеға уҡырға индем.
Уҡытыусы дипломы алғас, районға ҡайттым. Үҙем уҡыған мәктәптә эш булманы, алыҫ ауылға ваҡытлы урынға барыр­һың, тинеләр.
Ҡаршы йортта йәшәгән күрше апайҙың улы Шакирйән менән бергә үҫтек, уның да атаһы юҡ. Ул минән ике йәшкә олораҡ. Гел бергә уйнаныҡ, һыу индек. Балыҡ тота ла беҙгә бирә торғайны. Ваҡыты еткәс, армияға китте, хаттар яҙып торҙо. Шунан әрменән ҡайтып, шофер булып эшләй башланы. Йәй буйы осрашып йөрөнөк. Мине бала саҡтан яратыуын һөйләне, өйләнергә теләүен белдерҙе. Ә мин әсәйгә ярҙам итергә уйлайым, һеңлемде уҡытырға кәрәк. Шулай ҙа күңелемдә тик Шакирйән генә, уны бик оҡшата инем. Баҫалҡы холоҡло, тырыш шул. Инженер-механик булырға ситтән тороп институтҡа уҡырға инде.

Сентябрь башында Шакирйән мине эшләйһе мәктәбемә алып барҙы. Бер көн комсомол йыйылышына саҡырҙылар. Секретарь ағай:
– Һин уҡытыусыһың, ауылда йәштәрҙе ойоштороусы буласаҡ­һың, – тине.
Октябрь байрамына бер яҙыусының ҙур булмаған пьеса­һын сәхнәләштерергә булдылар. Минең артислыҡ һәләтем юҡ, суфлер булам, тинем. Баш ролгә гармунсы егет кәрәк ине. Барыһы ла, Сәлихтән дә шәберәк кеше юҡ, ти. Шунда күрҙем мин уны. Оҙон буйлы, бөҙрә сәсле, сая ҡарашлы. Тальянкала оҫта уйнай, өҙҙөрә генә.
Икенсе көндө репетицияға йыйылдыҡ. Сәлих төп ролде Зөһрә башҡарһа ғына риза була, тимәһендәрме? Күмәкләп миңә ялына башланылар. Мин ризалашмай ҡайтып киттем. Аҙаҡ комсомол секретары, мәктәп мөдире баҫым яһағас, күнергә тура килде. Шулай итеп, Сәлих – егет, мин уның һөйгән ҡыҙы булып уйна­ныҡ. Ул мине ныҡ итеп ҡосаҡлай, ысынлап үбергә маташа торғай­ны. Халыҡ яратып ҡараны был пьесаны. Башҡа ауылдарға барып ҡуйҙыҡ, хатта район үҙәгендә конкурс-смотрҙа ҡатнаштыҡ, маҡтау грамоталары ла бирҙе­ләр.
Шакирйән, яйын табып, ма­шина­һында минең яныма килеп йөрөй, ауылға ла алып ҡайта ине. Бергә уҡыған әхирәтем Алһыу Яңы йылда кейәүгә сығырға йыйынды. Кейәүе Фәтих, Алһыу һәм мин туй күлдәге эҙләп, ҡалаға барҙыҡ. Әхирәтем үҙенә кейем алды ла:
– Зөһрә, әйҙә һиңә лә бөркәнсек алайыҡ. Барыбер тиҙҙән кейәүгә сығаһың, эҙләп йөрөмәҫһең, – тине.

Шакирйән менән дуҫлашып йөрөгәнемде белә ине бит. Ебәк бөркәнсек миңә шул тиклем оҡшаны, күҙ ҡыҙҙы, һигеҙ һум ғына тора. Тоттом да алдым, йәшереп кенә һандыҡ төбөнә һалып ҡуйҙым.
Яңы йылда Алһыуҙың туйы булды, беҙ Шакирйән менән “шаһиттар” ролен үтәнек. Яҙғы каникулда һөйгәнем миңә, яусы ебәрәм, май байрамына туй үткәрәбеҙ, тине. Ә мин сер бирмәйем. Ярай, уйлармын, тигән булам.
Ғинуарҙа декрет ялынан уҡытыусы эшкә сыҡты. Мине төп­көлдәге ауыл мәктәбенә күсер­ҙеләр. Бер яңғыҙ ҡатынға фа­тирға индем. Сәлихйән йыш килеп йөрөй башланы. Мәктәптән сығыуға, аты беҙҙең ҡапҡа төбөндә тора. Ауыл халҡынан оялам. “Йәрәшкән егетем бар, кейәүгә сығам”, – тиһәм дә, өҙмәй ҙә ҡуймай. Көн аша килә башланы, “яратам”дан башҡаны бел­мәй. Хужабикә Сәлихйәнде маҡтап:
– Бына тигән егет, теләһә ҡайһы ҡыҙ уға шатланып кейәүгә сығасаҡ. Шундай бәхетте ҡулдан ысҡындырырға ярамай, – тип мине димләй.
Сәлихйән – колхозда зоотехник, минән алты йәшкә оло ине.
Февраль етте. Кискә ҡарай Сәлихйән бер ир менән беҙгә килеп инде. Теге ағай:
– Зөһрә, мин почтала эш­ләйем, телефондан хәбәр алдым, әсәйең сирләгән, һиңә ҡайтырға кәрәк, – ти.
Мин ҡурҡып киттем. Сәлихйән миңә, ауылыңа алып барырмын, тип вәғәҙә бирҙе. Тиҙ генә кейендем, мәктәп мөдиренә әйттем дә өсәүләп юлға сыҡтыҡ. Урман араһынан киләбеҙ, сатлама һыуыҡ. Өҫтөмдә йоҡа пальто, өшөтә. Шул саҡ Сәлихйән:
– Беҙҙең ауылда туҡтап, санаға бесән һалып алайыҡ, һиңә толоп та кәрәк булыр, – тине.
Ағай кеше атты бер йорт тапҡырына борҙо, ниңәлер ҡапҡа шар асыҡ ине. Беҙ ишек алдына индек. Теге ағай ҡапҡаларҙы япты ла юҡ булды. Өйҙән бер ҡатын килеп сығып, сәйгә саҡырҙы.

Мин ҡалтырана башлағайным. Өйгә үттем, тәмле аш еҫе, төрлө ризыҡ теҙелгән, һикелә самауыр ҡайнай. Алсаҡ ҡатын кейемдә­ремде алды. Сәлихйән менән сәй эстек, мин юлға йыйына башланым. Быймамды таба алмайым. Ҡунаҡсыл ҡатын соланға сыҡты ла оҙаҡ инмәй. Шул саҡ Сәлих­йән, ҡулдарымдан тотоп, күҙҙә­ремә ҡараны:
– Зөһрә, һине бер күреүҙән яраттым, һинһеҙ йәшәй алмайым. Ҡыҙҙар күп, тик һине генә һөйәм. Әсәйең сирләмәй, сәләмәт. Ғәфү ит, алданым. Башҡаса һине тыңлатып булмай. Минең ҡатыным бул, – тине. – Теге ағай почтала түгел, фермала эшләй.
– Мин һине яҡшылап белмә­йем дә, нисек кәләш булып барайым? – тип сығырға ынтылдым.
– Ишек бикле, бер ҡайҙа ла китә алмайһың. Иртән бөтә ауыл беҙҙең ир менән ҡатын булыуы­быҙҙы беләсәк.
– Ә минең теләгем, ризалығым иҫәпкә инмәйме ни? – тип илай башланым. – Мин һиңә ҡурсаҡ түгел уйнатырға.
– Һине икенсе егеткә барыбер бирмәйем, һүҙемде һүҙ итәм, минеке буласаҡһың. Ҡурҡма, мин һине бәхетле итермен...
Таң атҡас та мине сығарма­нылар, Сәлихйән гел янымда булды. Минең башымда мең төрлө уй-хәсрәт. Әсәйемә ни тиермен, ғәрлеге ни тора халыҡ алдында. Мәктәптә нимә әйтер­ҙәр? Ә Шакирйән? Илап шешенеп бөттөм. Ҡасып китеп, үләйем дә ҡуяйым тиһәм, тағы әсәйем йәл. Кеше һүҙен нисек тә кисерер ул...

Төшкә ҡарай Сәлихйәндең туғандары килеп тулды. Никах уҡытырға йыйыналар икән. Сәлихйән:
– Үҙеңде лә, мине лә хур итмә, кеше көлдөрмәйек, шым ғына ултыр, – тип мине өгөтләне.
Илауҙан шешенеп бөткән күҙҙәремде яулыҡ аҫтына йәшереп тик ултырҙым, кем ни һөйләгәнен аңларлыҡ хәлдә түгел инем.
Иртәгәһенә Сәлихйән мине мәктәпкә алып барҙы. Мәктәп мөдире бер һүҙ ҙә әйтмәне, белгәндәр икән. Шулай, уйлама­ғанда, ир ҡатыны булдым.
Аҙаҡ Сәлихйән менән беҙҙең ауылға барып килдек. Шакирйән был хәлде ишеткәс тә түҙмәгән, ауылдан сығып киткән, уҡыуын да ташлаған. Оҙаҡ өйләнмәй йөрөгән. Ҡатыны үлгәс, улы менән әсәһенең йортона ҡайтып йәшәй, тинеләр.
Беҙҙең туй булманы. Башта Сәлих, әлегә кисектереп торайыҡ, йәйгеһен үткәрербеҙ, тине. Йәй эш күбәйҙе. Ҡалды шулай. Бер көн ул миңә: “Һин сибек, сирләш­кәһеңдер, түлһеҙһең. Әгәр балаға уҙмаһаң, һинең менән ЗАГС-ҡа бармайым, айырам”, – тине. Һи­геҙ ай үткәс кенә ауырым барын белдем. Шунан ауыл Советына барып яҙылыштыҡ.
Шаян, йор һүҙле, оҫта гармунсы Сәлихйән бөтөнләй икенсе кеше булып күҙ алдына баҫты. Мин уйҙарымды ҡыуырға тырышам, үлгән кешене яманларға ярамай. Уның яҡшы яҡтары ла бик күп ине.
Зөһрә һүҙен дауам итте:
– 52 йыл бергә ғүмер иттек, мин ҡыйынлыҡ күрмәнем, мох­таж­лыҡ кисермәнем. Беҙгә кеше­ләр көнләшеп ҡарай торғайны. Хәле насарланғас, Сәлихйәнгә: “Һин минән ғәфү үтенергә тейешһең, мине ныҡ рәнйеттең, көслөк менән ҡатының иттең”, – тинем. Ул миңә текләп ҡараны, аңлай ине. Көттөм, ләкин бер ни ҙә әйтмәне.
– Зөһрә, һин уға 52 йыл буйы рәнйеп йәшәнеңме ни? – тинем, аптырап.
– Ә йөрәктәге яра төҙәләме? Хыялдарым селпәрәмә килде, көслөк менән бәхет табыламы? – Зөһрә әлеге бөркәнсекте ҡулына алды. – Аҡ күлдәкле килендәрҙе күрһәм, үҙемде уйлайым. Ә һин, дуҫҡайым, бәхетле – аҡ күлдәк, фата кейеп, үҙ иркең менән һөйгән егетеңә туйлап тороп кейәүгә сыҡҡанһың...
Мин йәшлек хыялын, үтәл­мәгән өмөттәрҙе хәтерләткән бөркәнсекте йәһәт кенә урынына һалдым да һандыҡты ябып ҡуйҙым. Ауыр саҡта яныңда һине аңлаған кеше булыуы һәйбәт. Яңғыҙлыҡ, ай-һай, ҡыйындыр. Мин төн буйы тигәндәй уйланып яттым. “Ә Сәлихйән бәхетле булдымы икән? Йәшлек дыуамал­лығына үкенмәгәнме?” – тигән уй ташламаны, дөрөҫөн әйткәндә, әле лә шуны уйлайым.
Венер Исхаков.
https://shonkar.rbsmi.ru/articles/y-r-k-sere/Be-e-tuy-bulmani-333111/
Читайте нас: