Бала саҡта яҡындарың менән бергәләп үткәргән һәр миҙгел күңелдә уйылып ҡалыусан. Был матур ҡыҙҙар ҙа үҫеп буй етер, тыуған ояһынан ҡанат нығытып ситкә осор. Әммә ошо Өршәк буйын, әсәләре менән бергәләп ялан-ҡырҙарға сығыуҙарын һәр саҡ һағынып иҫкә алыр, шул мәлдәргә бер генә ҡайтаһы килеп киткән саҡтары булыр... Ә әлегә улар әсәләре ҡосағында иркәләнеп үҫеп килгән бәләкәй генә ҡыҙсыҡтар...