0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
28 Июнь 2020, 13:25

Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!

Үҙ ҡулдарыбыҙ менән хәлүә әҙерләп ҡарайыҡ әле

Уны әҙерләү өсөн:
350 г таҙартылған көнбағыш,
1,5 стакан он,
1 стакан шәкәр ҡомо кәрәк буласаҡ.
0,5стаканһыу,
150млүҫемлекмайыкәрәкбула.

Әҙерләү тәртибе:
Көнбағышты алтынһыу төҫкә кергәнсе ҡоро табала ҡыҙҙырырға, ит тартҡыс аша үткәрергә. Айырым ҡоро табала ондо ҡыҙҙырырға кәрәк. Көнбағышҡа ҡыҙҙырылған ондо ҡушып болғатырға. Һыуҙан һәм шәкәрҙән 10 минут дауамында сироп ҡайнатырға. Масса шыйыҡ та, ҡаты ла булырға тейеш түгел. Көнбағыш, он, сироп һәм үҫемлек майын бергә миксер ярҙамында болғатырға. Һалҡын үҫемлек майы сироп менән шунда уҡ бер массаға әйләнә. Бер төрлө ҡушылма барлыҡҡа килгәс хәлүәне целлофан пакет йәйелгән табаға һалырға, тығыҙлап тигеҙләргә һәм һыуытырға.
Читайте нас: