1941 йылдың тап 29 июнендә Совет хөкүмәтенең дошман тылында партизандар хәрәкәтен ойоштороу тураһындағы указы донъя күрә. Тарихтан белеүебеҙсә, партизандар һәм подпольщиктар эшмәкәрлеге Бөйөк Еңеүгә баһалап бөткөһөҙ ҙур өлөш индерә. Гитлерсылар тылында миллионға яҡын кеше алыша. Уларҙың иң билдәлеләренең береһе – Зоя Космодемьянская һәм яҡташыбыҙ “Ҡара генерал” Даян Мурзин.