200 йыл элек балалар кейеме тигән төшөнсә бөтөнләй булмаған. Кескәйҙәр ололар кейгән кеүек кейемдәрҙә йөрөгән, тик үлсәмдәре генә бәләкәй булған. Ҡатын-ҡыҙҙың иң боронғо өҫ кейеме тип итәк һанала. 1850 йылға тиклем өҫ кейемдәре, башлыса, уңайлыҡ өсөн ҡулланылған, мода хаҡында уйлап та бирмәгәндәр. Парфюм донъяһындағы модаға 1920 йылда нигеҙ һалына. Нәҡ ошо йылда Коко «Шанель-5» легендар хушбуйын уйлап сығара. Пинжәк еңендәге төймәләрҙе Наполеон Бонапарт уйлап тапҡан. Матурлыҡ өсөн түгел, ә һалдаттарҙы танауҙарын мундир еңенә һөртөүҙән биҙҙереү ниәтенән. Бөгөн ҡыҫҡа сәсле ҡатын-ҡыҙҙы осратыу яңылыҡ түгел. Ә бына күп йылдар элек бындай прическа гүзәл заттың иренә хыянат итеүе хаҡында һөйләгән. Галстуктар тәүге тапҡыр Хорватияла ҡулланыла башлай. Ә галстуктар коллекцияһын йыйған кешене кем тип йөрөткәндәрен беләһегеҙме? Грабатологист. Биле төшөп торған, тоҡ һымаҡ киң ыштанды тәүге тапҡыр Лос-Анджелес төрмәһе тотҡондары кейеп йөрөгән, сөнки уларға ҡайыш быуырға рөхсәт ителмәгән. Ҡулсатырҙы ямғырҙан түгел, ә ҡояштан һаҡланыу өсөн уйлап сығарғандар. Биҙәүестәрҙе иң башта ир-ат тағып йөрөгәнен беләһегеҙме? Модалы тренд батшалар заманына барып тоташа, ошо осорҙа улар үҙ статустарын нәҡ биҙәүестәр ярҙамында күрһәткән дә инде. Мәғлүмәт Башҡортостан календаренән алынды.