-6 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
3 Июль 2020, 14:40

Файҙалы кәңәштәр

ҠАБАҠТАН РУЛЕТ

Ярты килограмм ҡабаҡ, бер тырнаҡ һарымһаҡ, ике йомортҡа, бер аш ҡалағы он, ярты сәй ҡалағы тоҙ, ¼ сәй ҡалағы татлы паприка, өс аш ҡалағы майонез, 150 грамм ҡаты сыр, йәшел тәмләткестәр кәрәк.
Тәүҙә ҡабаҡты әрсеп, эре ҡырғыс аша үткәрәбеҙ. Он, йомортҡа, тоҙ, татлы паприка ҡушып, һәйбәтләп бутайбыҙ. Ҡуйылығы ҡоймаҡ ҡамыры һымаҡ булырға тейеш.
Шунан табаны үҫемлек майы менән майлап, ҡоймаҡтарҙы ике яҡлап бешерәбеҙ.
Эслек өсөн сырҙы ҡырғыс аша үткәрәбеҙ ҙә ваҡланған тәмләткестәр, һарымһаҡ, майонез ҡушып болғатабыҙ.
Артабан ҡоймаҡтарға эслектәрҙе һалып урайбыҙ. Өҫтәлгә киҫәктәргә ҡырҡып ҡуябыҙ.
Ашығыҙ тәмле булһын!
Читайте нас: