-5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
3 Июль 2020, 17:40

Июль айы – йәйҙең уртаһы.

Өлгөргәнен урынлаштыраһы бар, үҫә торғанын ашлайһы, һирәкләйһе, һаҡлайһы... Ҡыҫҡаһы эштең сиге юҡ.

Июль аҙағынан август уртаһына тиклем һуған менән һарымһаҡ өлгөрөп етә. Һуған өлгөрөүҙең төп билдәһе – ҡыяҡтары ергә ята башлай. Әгәр, был ваҡытҡа тиклем улар йығылмаған булһа, ҡыяҡтарын ергә бөгөп, тамырҙарға туҡлыҡлы матдәләр килеүен кәметәләр. Шул рәүешле һуғандың өлгөрөүен тиҙләтәләр.
Ҡайһы бер баҡсасылар һуғандың төбөн дә асалар. Һәр кемдең үҙ сере инде. Тик бер нәмә бәхәсһеҙ – һуғанды ҡаҙып алғансы ике аҙна буйы һыу һипмәҫкә һәм төбөн йомшартырға кәрәк.
Уны көндәр ҡоро торғанда йолҡалар. Йолҡҡандан һуң биш-алты көн түтәлендә ҡалдырыу яҡшы (әлбиттә, һауа торошо яҡшы булһа). Ҡояш нурҙары һуғандағы бәшмәк ауырыуҙарын юҡ итә, ҡояшта кипкән һуған ҡыш көнө яҡшы һаҡлана.
Ҡыяғын да ашығып киҫергә кәрәкмәҫ. Һуған муйыны тулыһынса ябылғандан һуң ғына ҡыяҡты – 6 см, тамырын 1-2 см самаһы ҡалдырып киҫәләр. Бушап ҡалған түтәлдәргә горчица, фацелия, арыш кеүек сидераттар сәсеп ҡуйырға мөмкин. Көҙ көнө уларҙы сабып, ергә күмдерәләр.
Читайте нас: