Был хаҡта дәүләт башлығы “Победа” ойоштороу комитеты ултырышын асҡанда белдерҙе. Президент шулай уҡ илдә хәл ителмәгән мәсьәләләр күп булыу, кешеләрҙең ғәҙелһеҙлек һәм битарафлыҡ менән осрашыуы, күптәрҙең ауыр йәшәүе сәбәпле, Конституцияға үҙгәрештәр индереүгә ҡаршы булғандарҙы ла аңлауын әйтте. Әйткәндәй, төҙәтмәлә дәүләттең идара системаһына шаҡтай үҙәгәрештәр, шулай уҡ юғары вазифа биләгәндәрҙең башҡа илдәрҙә йәшәүен һәм гражданлыҡ алыуын тыйған үҙгәрештәр индерелде. Сарала Рәсәй халҡының 99,9 проценты тауыш биргән, 21,26 проценты ҡаршы булған. Ил буйынса 67,97 процент халыҡ үҙ хоҡуғын файҙаланған.