Күптән түгел Өфөнөң Почетлы гражданы исеменә лайыҡ булған танылған йырсыбыҙ баш ҡаланың күҙгә күренеп көндән-көн матурланыуын билдәләне. –Ошо матурлыҡ менән беҙ рәхәтләнеп кинәнеп йәшәйбеҙ. Ҡаланы матурлау йәһәтенән халыҡ та тырыша, һәр яҡлап ярҙам итә. Күп милләтле тамашасымды бик ныҡ яратам, хөрмәт итәм, - ти ул.