-10 °С
Облачно
Антитеррор
Все новости
ЙӘМҒИӘТ
3 Июля 2020, 12:25

Ысын космонавтар – Дәүләкәндә!

Хәрби кейемдәге ҡатын-ҡыҙҙар һәр саҡ үҙенсәлекле кешеләр һымаҡ тойола

Калиновка ауылында аэрокосмос мәктәбе бер нисә йыл дауамында эшләп килә. Кисә, 2 июлдә, ул йәнә үҙ ишектәрен асты.
Космонавт булыу теләге менән янмаған малай был донъяла юҡтыр ҙа ул. Кемдең зәңгәр күкте иңләгеһе килмәһен! Әммә бының өсөн төплө белем, ныҡышмалылыҡ, ҡыйыулыҡ кәрәк. Күрһәтмә осоштар, үҙешмәкәр артистарҙың сығыштары мәктәпте асыу тантанаһына үҙенсәлекле биҙәк булды. Калиновка – ысын космонавтар төйәге, дәүләкәндәрҙең айырым ғорурлығы.
Читайте нас в