+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
4 Июль 2020, 11:25

Һыу инеү ҡағиҙәләрен иҫтән сығармайыҡ

“Һыу инергә ярамай!” тигән билдә ҡуйылған урында һыу инеү ҡәтғи рәүештә тыйыла.

1. Таныш булмаған урында, күпер аҫтында, быуала йөҙмәгеҙ. Махсус йыһазландырылған йәғни һыу инеү өсөн һайланған урындарҙа ғына һыу инергә мөмкин.
2. Һыуға ҡапыл төшөргә ярамай, тәүҙә аяҡ-ҡулдарығыҙҙы сылатып, яйлап ҡына сикәнес алырға кәрәк.
3. Яҡшы йөҙә белмәйһегеҙ икән, иптәштәрегеҙгә был турала әйтегеҙ һәм ярҙан алыҫ китмәгеҙ. Хатта йөҙә белгән хәлдә лә йыраҡ араға йөҙөү хәүефле, хәлегеҙ етмәүе ихтимал.
4. Һыуҙа 20–30 минуттан ашыу булмағыҙ. Өшөүҙән тән тартыша башлауы мөмкин.
5. Тәнде көҙән йыйырғанда берәй осло әйбер (булавка, энә, осло таш) менән сәнскеләп алыу ярҙам итә. Шулай уҡ аяҡты ҡул менән ыуалау, массаж яһау ҙа һөҙөмтәле.
6. Билдәһеҙ урында һыуға һикереү һәм сумыу ҡурҡыныс, баш менән һыу аҫтындағы ташҡа, ағас ботағына һ.б. әйбергә бәрелеүегеҙ ихтимал.
7. Һыуҙа бер-берегеҙҙе ҡыуышып, батырып уйнамағыҙ. Уйындан уймаҡ сыға.
8. Яр буйында кескәй балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ, һыуға ҡолап төшөүҙәре ихтимал.
9. Тын тултырылған матрастарҙа һәм йөҙгөстәрҙә йөҙгәндә бик һаҡ булығыҙ. Кинәт сыҡҡан ел йә йылға ағымы ярҙан алыҫҡа алып китеүе, йә булмаһа, тулҡындың уны әйләндереүе бар.
10. Ҡомда ҡыҙынғанда, эҫе үтмәһен өсөн баш кейеме кейергә онотмағыҙ.
Фото интернет селтәренән алынды.
Читайте нас: