+1 °С
Ясна
Һыу транспорты – республиканың транспорт комплексының мөһим өлөшө. Йылға флоты хеҙмәткәрҙәре иҡтисадты һәм социаль өлкәне, пассажирҙар ташыуҙы һәм туризм эшмәкәрлеген үҫтереүгә, Башҡортостандың Рәсәй төбәктәре һәм сит илдәр менән сауҙа-иҡтисади хеҙмәттәшлеген киңәйтеүгә тос өлөш индерә.
Республика йылғасылары бөгөн төҙөлөш һәм юл тармаҡтарын үҫтереүҙә мөһим роль уйнай, илдең башҡа төбәктәрендә эшләй. Суднолар экипаждары, флот һәм яр буйы хеҙмәттәре белгестәре, уларға хас юғары профессионализм, тәжрибә һәм яуаплылыҡ арҡаһында Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең социаль-иҡтисади үҫешенә лайыҡлы өлөш индерә.
Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, именлек һәм бәхет, Ватаныбыҙ именлеге хаҡына көсөргәнешле хеҙмәтегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ!