0 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
5 Июль 2020, 10:55

СЫР ҺӘМ ҺАРЫМҺАҠЛЫ КАРТУФТАН ЗАПЕКАНКА

Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын!

Кәрәк буласаҡ:
* 400 грамм картуф;
* 2 йомортҡа;
* 60 грамм сыр;
* 2 аш ҡалағы ҡаймаҡ;
* 1 һарымһаҡ теше;
* тоҙ, борос, йәшел тәмләткестәр.

Әҙерләү:
Картуфты эре ҡырғыстан үткәрәбеҙ. Уға йомортҡа, ҡаймаҡ, ҡырғыстан үткәрелгән сырҙы, иҙелгән һарымһаҡты, тоҙ, боросто ҡушып болғатабыҙ.

Унан формаға һалып, өҫтөнә 1 йомортҡа, 30 гр сырҙы һәм йәшел тәмләткестәрҙе турап ҡушылған, иҙмәне ҡоябыҙ.

Запеканканы 180 градус эҫелектәге духовкала 30 минут тирәһе бешерәбеҙ.




Читайте нас: