Тыуып үҫкән илде, ерҙе һаҡлау
Беҙ һаҡламай, уны кем һаҡлаһын,
Ҡош та һаҡлай үҙенең ояһын.
1770 йылдың июль айы башында, бынан 250 йыл элек, экспедициялағы Рәсәй флоты төрөк флоты менән осраша.
5 июлдә тәүге бәрелеш Хиосс боғаҙында була, ике яҡ та бер нисә карабын юғалта, төрөктәр Шешмә бухтаһына сигенә.
6 июлдә тағы алыш башлана. Ҡан ҡойошта ике яҡ та ике көн эсендә 11 мең ғәскәрҙе юғалта. Төрөк караптары тулыһынса тар-мар ителә, Рәсәй флоты еңеү яулай.
Был яу елкәнле флот тарихына иң ҡаты бәрелеш булып инеп ҡала.