+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
7 Июль 2020, 12:30

Хужабикәләргә кәңәштәр

Аҙыҡ-түлекте һаҡлау ваҡытын оҙайтҡығыҙ киләме?

Әгәр һеҙ бөтә төр аҙыҡ-түлек һыуыҡта һәйбәт һаҡлана тип уйлаһағыҙ, был улай түгел. Ҡапланмаған йәшелсәләрҙән, емештәрҙән ферменттар бүленеүе мөмкин. Йыуылмаған кишер камерала башҡа аҙыҡ-түлеккә кире тәьҫир итә. Һөҙөмтә тиҙ генә күренмәй, әлбиттә, әммә һөт тиҙерәк әсей башлай, һыуытҡыста насар еҫ барлыҡҡа килә.
Һыуытҡыс камераһы аҙыҡ-түлекте йылынан һәм ҡояш нурҙарынан һаҡлаһа ла, унда барыбер һауа үтеп инә. Әгәр һеҙ аҙыҡ-түлектең һаҡлау ваҡытын оҙайтырға уйлаһағыҙ, уларҙы төрөгөҙ, әҙер ризыҡтарҙы ҡаплағыҙ.
Һауыт-һаба һәм төрөү
Аҙыҡ-түлектә дым күберәк икән, уның тәме оҙағыраҡ һаҡлана. Мөһим! Тауарҙы магазиндан алып ҡайтҡандан һуң һыуытҡыс камераһына целлофан тоҡсайҙа килеш ҡуймағыҙ. Бындай мөхиттә тиҙ арала конденсат барлыҡҡа килә, бактериялар тарала һәм ул күгәрә.
Запастар тиҙ боҙолмаһын өсөн ниндәй һауыттарға һалырға?
- Аҙыҡ-түлек пленкаһы. Әҙер ризыҡтарҙы, ҡабымлыҡтарҙы ҡаплау өсөн яҡшы.
- Пергамент ҡағыҙы бәлештәр бешереү өсөн генә түгел, һауаны яҡшы үткәреү сәбәпле, сыр, колбаса, ыҫланған ризыҡтарҙы төрөү өсөн дә һәйбәт.
- Фольга. Яҡшы герметик, ризыҡтарға елһенергә һәм дымын юғалтырға бирмәй. Әҙер ҡабымлыҡтар, балыҡты, кәтлиттәрҙе, турамаларҙы төрөү өсөн файҙаланырға була.
- Антибактериаль балаҫ. Йәшелсә-емештәрҙе оҙағыраҡ һаҡларға мөмкинлек бирә. Уларҙы йыуырға, киптерергә һәм аҫҡы йәшниктәргә балаҫ йәйеп тултырырға. Тишекле мембрана һауа үткәрә, йәшелсәләр тиҙ боҙолоп бармай.
- Пластик контейнерҙар. Әҙер ҡабымлыҡтарҙы һәм аҙыҡ-түлекте һаҡлау өсөн ҡулланыла. Һыҙҙырылған, ярылған контейнерҙарҙы ташлау яҡшы.
- Быяла һауыттар. Улар иң хәүефһеҙе һәм оҙаҡҡа етә. Әҙер ризыҡтарҙан алып, ит, балыҡ, һөт кеүек бөтә нәмәне лә һаҡларға була.
- Ағас һауыттар йәшелсә-емеште һәйбәт һаҡлай.
Туңдырғыс камера аҫтындағы бүлек.
- Был тиҙ боҙола торған һөт һәм ит ризыҡтары өсөн яҡшы урын. Бында температура нормаһы +1 - 3.
- Сыр. Уны фольгаға, пергамент ҡағыҙға төрөргә була, әммә алыштырғыһыҙ булып быяла контейнер ҡала. Сырҙың тәм сифатын оҙағыраҡ һаҡлайһығыҙ киләме? Ул ваҡытта һауытҡа бер-нисә киҫәк рафинад һалығыҙ.
- Эремсек. Йыш ҡына ул вакуумлы ҡапта һатыла (әгәр үлсәүлене алмаһағыҙ). Өйҙә эремсекте вакуумлы йәки быяла һауытҡа күсереп һалырға кәрәк.
- Аҡ май. Ҙур киҫәкте өлөштәргә бүлегеҙ. Бер өлөшөн көн һайын ҡулланыу өсөн май һауытына һалығыҙ. Ҡалғанын туңдырғысҡа ҡуйығыҙ.
- Һөт. Пластик контейнер һәм шешәләрҙән ҡапҡаслы быяла һауытҡа бушатыу яҡшы.
Мөһим! Йомортҡаларҙы һөртөп, пластик йәиһә картон контейнерҙарға һалып ҡуйырға. Һөт ризыҡтарын һыуытҡыста 72 сәғәттән дә артыҡ тотмаҫҡа.
Cosmo-frost.ru материалдары буйынса.
Читайте нас: