+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
7 Июль 2020, 18:30

“УАЗ Патриот”ты кем отто?

Уйын барышында Башҡортостан шифаханаларына 42 юллама уйнатылды. Ә төп приз - автомобилде кем алды һуң?

Өфөлә Рәсәй Конституцияһына төҙәтмәләр индереү буйынса тауыш биреү көнөндә үткән бүләктәр уйнатыу акцияһына йомғаҡ яһалды. Унда республиканың 35 эре предприятиеһынан 240 мең самаһы хеҙмәткәр ҡатнашты. Предприятиелар хеҙмәткәрҙәре махсус һанлы һәм QR-кодлы флаерҙар алды һәм купондарын үҙҙәренең һайлау участкаһында акция өсөн булдырылған йәшниккә төшөрҙө.
Еңеүселәр кисә, 6 июлдә, махсус һандар генераторы ярҙамында тура трансляция ваҡытында билдәләнде. Һөҙөмтәлә Башҡортостан шифаханаларына 42 юллама һәм бер төп приз – “УАЗ Патриот” автомобиле уйнатылды. Бүләкләү “Берҙәм Рәсәй”ҙең “Республиканы ас” төбәк партия проектына ярашлы уҙҙы.
“Бындай тәжрибә Мәскәүҙә күптән билдәле: кешеләр гражданлыҡ бурысын үтәү барышында бағыусыларҙан айырым бонустарға эйә була”, - тип аңлатма бирҙе “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Рөстәм Әхмәҙинуров.
Республиканың Туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Салауат Нафиҡов еңеүселәргә “Яҡтыкүл” һәм “Павловка паркы” шифаханаларында ял итеү өсөн 50 мең һумлыҡ сертификаттар тапшырылыуы тураһында әйтте.
Ә төп призды кем алды һуң? Был бәхет “БашРТС” йәмғиәте хеҙмәткәре Андрей Сайкинға йылмайҙы!
Өҫтәмә сығымдарҙы үҙ өҫтөнә Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы алды. “Бүләк отоу осраҡтарында мотлаҡ һалым ҡаралған. Беҙ еңеүсене был бурыстан ҡотолдорорға хәл иттек һәм автомобиль өсөн һалым йөкләмәһен үҙ иңебеҙгә алабыҙ”, - тип белдерҙе Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты Тимур Хәкимов.
Приздар уйнатылған көндә бүләктәр әлеге акцияла ҡатнашҡан предприятиелар вәкилдәренә бирелде, улар хеҙмәт коллективтарында һәр бүләкте үҙ хужаһына тапшырыуҙы ойошторасаҡ.
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова.
Фотолар: “Берҙәм Рәсәй”ҙең төбәк матбуғат хеҙмәте.
Читайте нас: