+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
9 Июль 2020, 17:45

«Һыуҙағы бәлә-ҡазаға ҡаршы – бергәләп!»

Эҫе көндәр башланыу менән йылғаларҙа, һыу ятҡылыҡтарында батыусыларҙың һаны ҡапыл күбәйҙе.

Бер аҙнала алты кеше һыуға батып һәләк булды. Ике көн эсендә генә Бөрөлә, Салауатта һәм Ауырғазы районында 14-17 йәшлек өс үҫмерҙең ғүмере өҙөлөүе бигерәк аяныслы. Оператив мәғлүмәттәр буйынса, йыл башынан алып республиканың һыу объекттарында 73 бәхетһеҙ осраҡ теркәлгән. Статистика буйынса, һыу инеүселәр көндөң икенсе яртыһында, йәғни 14.00-дән 21.00 сәғәткә тиклем, батҡан.
Кешеләрҙең һыуҙа һәләк булыу сәбәптәре билдәле:
  • һыуға иҫерек килеш төшөү;
  • махсус йыһазландырылмаған урында һыу инеү
  • балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырыу.
  • Таныш булмаған һәм тыйылған урындарҙа һыу инеүҙән баш тартырға саҡырам. Ул урында көслө һыу аҫты ағымы, өйрөлтмәк, ағас тамырҙары, тәрән, һыуыҡ шишмә булырға мөмкин. Иҫерек килеш йәки яңғыҙ ғына һыу инмәгеҙ, ярҙан алыҫҡа китмәгеҙ, йылға аша йөҙөп сығырға тырышмағыҙ. Балаларҙың үҙҙәрен генә һыу буйына ебәрмәгеҙ, шулай ук, тәбиғәттә ял иткәндә, балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ. Һыу инеү өсөн тик махсус йыһазландырылған урындарҙы ғына һайлағыҙ! Үҙеңде һыу буйында тотоу ҡағиҙәләре уларҙы үтәмәүсе ҡорбандарҙың әсәләренең, башҡа яҡындарының әсе күҙ йәштәре менән һуғарылған. Шуға күрә үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ! Һыу объекттарында һәр ваҡыт хәүефһеҙлек талаптарын үтәгеҙ! Яҡындарығыҙға һәм тирә-яҡтағыларға ҡағиҙәләрҙе боҙорға рөхсәт итмәгеҙ! Тик бергәләп кенә үҙебеҙҙе һәм балаларҙы һыуҙа бәлә-ҡазаға тарыуҙан һаҡлап ҡала аласаҡбыҙ!
    Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәровтың мөрәжәғәтенән.
    Читайте нас: