+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
10 Июль 2020, 17:15

Бүләктәр артынан – беҙгә!

«Районка»ны уҡыусылар бүләктәрен килеп ала

«Асылыкүл»-«Балҡантау» район гәзите редакцияһы уҡыусыларын ҡыуандырыуын дауам итә. Үткән аҙнала беҙ гәзиттең 90 йыллығы хөрмәтенә бүләктәр уйнаттыҡ. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, уларҙы 2020 йылдың икенсе ярты йыллыған гәзиткә яҙылып, квитанцияларын редакцияға килтергәндәр ала алды.
Бүләк уйнатыу ғәҙел булһын өсөн килтерелгән һәр квитанцияға һандары яҙылды. Улар махсус компбютер программаһына индерелеп, берәрә һан күрһәтте. Шулай алты тапҡыр ҡабатланды. Һөҙөмтәлә еңеүселәр тип түдәндәгк дуҫтарыбыҙ танылды Валентина Павлова, Анна Федорова, Надежда Петрова, Фаил Хикамов, Рәмил Ҡорбанғәлиев, Любовь Генералова. Улар барыһы ла бүләктәрен килеп алып китте.
Алда һеҙҙе төп суперприз – бер машина утын уйнатыу көтә. Әгәр һеҙ 2020 йылдың икенсе ярты йыллыған район гәзитенә яҙылып, квитанцияғыҙҙы редакцияға килтермәгәнһеҙ икән, ашығығыҙ. Шулай уҡ подписка кампанияһының 15 июлгә тиклем оҙайтылыуын хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ. Тимәк, бүләк отоу мөмкинлегегеҙ бар әле. Гәзиткә райондың һәр почта бүлексәһендә йәиһә https:// rbsmi. ru сайтында яҙылырға мөмкин.
Читайте нас: