+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
12 Июль 2020, 20:15

Матур ғаилә - ил күркҽ

Хөрмәтлҽ төркөмдәштәр! Һҽҙҙҽң иғтибарға Дүртөйлө ауылының татыу ғаиләләрҽ тураһында мәҡәлә тәҡдим итәбҽҙ. Улар Ғаилә, татыулыҡ һәм тоғролоҡ көнө уңайынан яҙылһа ла, тҽхник сәбәптәр арҡаһында һуңлап сыға.Таныш булығыҙ - Дәүлийәровтар ғаиләһҽ.

Ғаилә - һәр йәмғиәттең төплө нигеҙе. Дүртөйлө ауылында ла дан ғаиләләр бик күп. Шуларҙың береһе менән һеҙҙе таныштырып китәбеҙ.
Дәүлийәровтар: Рауил Минегәрәй улы һәм Рилә Рәсүл ҡыҙы. Быйыл уларҙың тырышып, бер булып донъя көтөүҙәренә 45 йыл була. Рауил ағай йәштән үк ауыл, колхоз тормошонда ҡайнап йәшәгән кеше. 23 йыл ауыл Советы хакимиәте башлығы булып эшләүе генә лә күп нәмә хаҡында һөйләй. Кеше хәленә керә белеүе, тыңлай, аңлай, төплө кәңәштәр биреүе өсөн дә халыҡ ихтирамын яулаған ул. Рилә еңгә колхозда кассир булып эшләп хаҡлы ялға сыҡты. Күркәм ғаилә береһенән - береһе һылыу, тырыш 3 ҡыҙ үҫтереп, үҙ аллы тормош юлына сығарҙылар. Бөгөнгө көндә улар балаларының изгелегендә, иғтибарында , уларға ярҙам итеп, ауылдаштарына өлгө булып йәшәп ята. Хөрмәтле Дәүлийәровтар ғаиләһе! Пар ҡанаттарығыҙ талмаһын, бер- берегеҙгә терәк булып оҙон-оҙаҡ йылдар был йәмле донъяларҙа ҡыуаныста йәшәргә яҙһын!
Дюртюлинский-Филиал Мбу-Рдк төркөмө материалдарынан.
Читайте нас: