Таныш булығыҙ: ауылдың иң тырыш ғаиләләренең береһе - Байбулатовтар. Әлфинә Тимерхан ҡыҙы һәм Минехәт Хөсәйен улының ғаиләһендә лә быйыл юбилей - тормош ҡороуҙарына 30 йыл! Ғаилә башлығы хеҙмәт юлын "Салауат" исемендәге колхозда шофер булып башлап ебәрә, тик тормоштар үҙгәреп китһә лә , юғалып ҡалмай, ағаһына ҡушылып, бал ҡорттары үрсетә башлай. Әлфинә лә бик тырыш, талапсан, маҡсатына ирешеүсән ханым. Уҡып, китапханасы һөнәрен үҙләштерә, бөгөнгө көндә ауыл китапханаһында эшләй. Ауылдаштарын төрлө мәҙәни саралар үткәреп, ҡыуандырып тора. Ғаилә үҙ көсө менән ҙур, иркен йорт һалып керҙе. Ике ҡыҙҙарына ла төплө белем бирҙеләр, бөгөнгө көндә ейәндәрен ҡарарға ярҙам итеп, дуҫтары, туғандары менән гөр килеп йәшәйҙәр. Хөрмәтле Байбулатовтар ғаиләһе! Бараһы юлығыҙ оҙон, эшләйһе эштәрегеҙ уң, һаулығығыҙ ныҡ булһын. Һеҙҙең әле йырҙағыса, - йәш тә тугел, ҡарт та түгел, самый һөйөр саҡ ҡына!!!